Ғәли Соҡорой Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында тыуған, данлыҡлы Ирәкте ырыуынан. Сығышы менән тархандар нәҫеленән булған шағир - үҙ заманының бик абруйлы шәхесе. Уның шәжәрәһендә боронғо дәүерҙән килгән ҡырҡҡа яҡын быуыны теркәлгән. Шуға күрә яҙған китаптары, шиғри әҫәрҙәре менән бергә беҙгә уның нәҫел ағасы бик ҡәҙерле.