+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2021, 13:50

БӨГӨН БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ӘМИНӘ ШАФИҠОВАНЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ!

"АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ УНЫ БАЙРАМЫ МЕНӘН ҠОТЛАЙ.БАҪМАБЫҘҘЫҢ МАРТ ҺАНЫНЫҢ "ШӘХЕС ҺӘМ МИН" РУБРИКАҺЫНДА "ИКЕ ӘМИНӘ" МӘҠӘЛӘҺЕ БАҪЫЛЫП СЫҠТЫ!Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, Әминә исеме тоғро, ышаныслы, ғәҙел тигәнде аңлата. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһиссәлләмдең әсәһенең исеме лә – Әминә.Әминә Шафиҡова – Башҡортостандың Республикаһының Мәҙәниәт министры. Ул дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, пианист.Бәләкәй Әминә Хәсәнова– Борай районының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Уға алты йәш. Ул матур итеп туған телебеҙҙә һөйләшә, бейергә, йырларға ярата. “Аҡбуҙат” журналы ойошторған оҫталыҡ дәресендә бик шәп һүрәт тә төшөрҙө.Әминә Ивний ҡыҙы кескәй аҙашына М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына сәйәхәт үткәрҙе. Киләсәктә Әминә лә, киң билдәле аҙашы кеүек, милләтебеҙгә хеҙмәт иткән шәхес булып үҫер, тип теләйек.

Читайте нас: