+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2021, 20:52

"ТАРИХ ЯҘЫР ИНЕМ ТАШЫНА" ӘҘӘБИ МАРАФОНЫ ДАУАМ ИТӘ!

23 март Архангел районы китапханаһында “Башҡорт тарихы йылы” сиктәрендә “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафоны уҙҙы.

Был сара Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан милли әҙәбиәтте үҫтереү, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың һәм драматургтарҙың әҙәби эшмәкәрлеген популярлаштырыу, әҙип һүҙен халыҡҡа, йәмғиәткә еткереү, йәш быуынды милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында ойошторолдо.
Осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар Союзы ағзалары Фәнзил Санъяров, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, ГөлнараМостафина, Хисмәт Юлдашев, МиләүшәҠаһарманова, Рәмил Сорағолов, хәбәрселәр, урындағы “Тулҡын” әҙәби берекмә ағзалары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Был сарала “Аҡбуҙат” журналы ла ҡатнашты. Сөнки, ни генә тимә, тарихыңды, йолаларыңды, мәҙәниәтеңде белеү, уны өйрәнеү, телеңде, халҡыңды, илеңде яратыу бәләкәй саҡтан, “Аҡбуҙат”ты уҡып үҫкән балаларҙан башлана. Әгәр бәләкәй кеше милли матбуғатты уҡый, милли әҙәбиәт менән таныш икән, тимәк, был балала киләсәктә өмөт бар.
Читайте нас: