... булып урындағы хаҡимиәт менән берлектә эшләү тора. Шуға ла ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында был эш һәйбәт өлгәшеҙҙәргә килтерҙе. Әлеге ваҡытта “Йәншишмә” башҡорт балалар баҡсаһын сафҡа индереп, 116 кескәй бала үҙ телен өйрәнә ала. Унан башҡа, ата-әсәйҙәр һорауы буйынса, тағы ла 5 башҡорт балалар баҡсаһы асылды, 25-се башҡорт гимназияһы ла үҙенең милли статусын ҡайтарҙы. Урындағы Салауат ТВ ла башҡорт телендә “Йәнтөйәк” тип аталған аҙналыҡ яңылыҡтар теҙмәһе асылды. Шулай уҡ “Төрлө милләт халҡы Телдәр Үҙәге һәм мәҙәниәте” тип аталған үҙәк эшләп килә, унда дүрт: башҡорт, тетер, украин, немец телдәрен өйрәнеүселәр йөрө , тине.