-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2021, 09:10

БӨЙӨКТӘРҘЕҢ ӘЙТКӘНЕ

МӨХӘММӘТ ПӘЙҒӘМБӘР... Пәйғәмбәр әйткәне ҡалай хаҡ һәм теүәл булып сыға, оҙаҡламай Әбүбәкер мосолмандарҙың иң данлыҡлы заты, Ислам ҡылысы батыры тигән шөһрәт ҡаҙана. Исеме риүәйәттәргә, Ҡөрьәндең үҙенә инеп китә.... Һуңғы ҡәҙер төнөндә иһә Мөхәммәт Хоҙайҙан вәхи алыр. Аҙаҡ Ҡөрьәндә яҙылғанса, Ябраил фәрештә уға Алланың изге һүҙҙәрен ерҙә, кешеләргә тапшырыр өсөн Мөхәммәткә еткерер. ... Мөхәммәт Ғәрәбстан илендә, Мәккә ҡалаһында Ғабдулла исемле ғәрәп ғаиләһендә яңы эра календары хисабы менән 570-се йылда донъяға килгән. Мөхәммәт утыҙ йәшендә пәйғәмбәр исемен алғас, дин тарихсылары уның шәжәрә быуындарының төпкө осон пәйғәмбәрҙәр затына илтеп сығара: Ҡосай — Әбделмәнаф — Һашим — Әбделмоталлип — Ғабдулла — Мөхәммәт. Мөхәммәт исеме есеменә мыуафиҡ — һөйкөмлө мәғәнәһендә.

... Был мәлдә ер йөҙө таң беленгәнгә саҡлы илаһиәт нуры менән яҡтырып, ниндәйҙер ҡөҙрәтле бер тынлыҡҡа, тыныслыҡҡа сумып торор. Йәрхәмбикалла! Аҙаҡ ярым өн, ярым төш рәүешле күренгән был изге мәлде Мөхәммәт ғәлиәссәләм Ҡөрьәндә ҡыҫҡа ғына тасуирлар. Ғәмәли нисегерәк булғандыр, Мөхәммәт үҙе был вәхи хәбәр килер төнөн шулайыраҡ аңлатыр.
Хәрәғ тауы мәмерйәһендә йоҡлап ятҡанында ярым төш, ярым өн хәлендә бер тауыш ҡолағына салына, күҙен асһа, алдында кеше ҡиәфәтле һын шәүләләнә:
— Мин Алла тарафынан һиңә вәхи һүҙ еткерергә ебәрелгән Ябраил фәрештәмен. Тыңла, бәшәрәт (шатлыҡ) илә әйтәм һәм бойорам: уҡы! — һәм күҙ алдында ниндәйҙер матур төргәк бите күренде.
— Мин уҡый белмәйем. Бығаса уҡығаным, яҙғаным булманы.
— Уҡы Хоҙайҙың вәхи һүҙҙәрен, ҡандан ойошҡан әҙәм балаһы! Әҙәмде яралтҡан вә яҡшылыҡҡа өндәгән илаһи ғали Аллабыҙ хаҡына — уҡы!
Ҡолаҡтарына ингән шундай һүҙҙәрҙән һуң тәндәрендә ҡапыл ауыр- тыныу-ҡыҫымдар тойған аралаш күҙ алдары ғәжәйеп нурҙар менән тулыуын күрҙе, бөтә тәне, бәдәне вә рухының рәхәт бер еңеллеген кисерҙе.
Күҙҙәре, теле, аңы асылып, аҙаҡ Алланың Ҡөрьәнгә инер вәхи һүҙҙәрен уҡырға тотондо.
Уҡып бөткәс, күк илсеһенең шундай һүҙҙәрен ишетте:
— И, Мөхәммәт! һин хәҙер хәҡиҡи Аллаһ рәсүле. Ә мин һиңә Алланан вәхи килтергән Ябраил фәрештәмен бары.
Шулай фәрештә күҙ алдынан да юҡ булды. ...
Читайте нас: