Республика 100 халыҡ йырынан торған йыйынтыҡҡа патент алған. Башҡортостандың мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары реестры һәр ваҡыт тулыланып тора. Инде оҙон көй – һуҙып йырланған йыр ҙа әлеге реестрға теркәлде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР мәҙәни мираҫы ҡрмартҡылары тураһындағы закон былтырғы йылда ҡабул ителгәйне.
100 йыр исемлегенә “Байыҡ”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, “Ете ҡыҙ”, “Хан ҡыҙы” һәм башҡа йырҙар ингән.