+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Март 2021, 10:15

МЕРӘҪ АУЫЛЫ УҠЫУСЫЛАРЫ ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ САҢҒЫ МАРАФОНЫНДА ҠАТНАШТЫ

Саңғы миҙгелен ябыр алдынан спорт һөйөүсе 11 үҫмер Баймаҡ менән Мерәҫ ауылы араһын үтте. Сәләмәт тормош һәм спортты пропагандалаған Йәш саңғысылар, трассанан төшөп ҡалмай, Мерәҫкә тиклем 2 сәғәттә барып еттеләр. Ҡаланың лицей интернаты һәм икенсе һанлы мәктәбе егеттәре үҙҙәрен сыҙамлылыҡта һәм саңғыла йөрөү кимәлен тикшерҙе.

Уҡыусылар Еңеү паркында урынлашҡан ветерандар аллеяһы менән танышты, ҡайтыр юлда иһә мичман, «Курск» һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Фәнис Ишморатовтың стелаһы янында моряктың атаһы менән осрашты. Был саңғы марафонын мәғариф бүлеге йыл һайын үткәрергә тигән теләк белдерҙе.
Читайте нас: