+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2021, 16:05

ЯҠЫН ДУҪЫБЫҘ БУЛДЫ...

Мостай Кәрим исемендәге Фонд Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның ваҡытынан алда арабыҙҙан киткәнгә яҡындарынын һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Уның бар әҙәби һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге юғары рухи һәм әхлаҡи идеалдарға, халҡының быуаттар аша килгән йолаларының тәрәнлегенә таяна ине.Факиһа Һаҙый ҡыҙы «Пионер» журналы хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар журналының мөхәррире, Башҡортостандың Яҙыусылар берлегендә балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте секцияһы рәйесе булараҡ, бар ғүмерен тиерлек киләсәк быуын тәрбиәләүгә бағышланы, балаларҙа әҙәбиәткә, белемгә ынтылыш, илһөйәрлек тойғолары уятты.Уның шиғырҙары һәм поэмалары үҙ халҡына, тыуған яғына сикһеҙ һөйөү, кеше күңеленең изгелегенә һәм матурлығына ышаныс менән һуғарылған. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм уның яҡындарының, ә һуңғы йылдары – беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге Фондтың дуҫы булды. Шағирә, Әсә, Шәхес булған Факиһа Туғыҙбаева хаҡында яҡты хәтер йөрәктәребеҙҙә һаҡланыр.Тимербулат Кәримов,Әлфиә Кәримова.

Читайте нас: