+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2021, 23:36

ӨФӨЛӘ "ШӘФҠӘТЛЕ ТЕАТР" ХӘЙРИӘ АКЦИЯҺЫ УҘҘЫ

«Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлыларҙың төбәк советы бөгөн күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн байрам ойошторҙо.

Акция сиктәрендә йәш тамашасыларға балалар өсөн спектаклдәр күрһәтелде. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры буйлап экскурсия уҙғарылды. Балалар театр тарихы, актерҙар менән таныштылар. Аҙаҡ “Удивительное путешествие кролика Эдварда” спектаклен ҡаранылар. “Сара бик оҡшаны. Мин был театрға беренсе тапҡыр килдем. Сәхнә артындағы тормошто күреү бик ҡыҙыҡ булды. Спектакль дә мауыҡтырғыс”, - тип уй-фекерҙәре менән бүлеште Өфө районы Авдон ҡасабаһынан Владислав Хәйруллин.

Бәшҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында тамашасылар Бөйөк Еңеүгә арналған “Йәшә!” спектаклен ҡараны. “110-лаған бала ата-әсәһе менән бөгөн театрҙарға сәйәхәт ҡылды. Беҙ тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе һәм социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙы саҡырабыҙ”, - тине Константин Канунников, “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең Секретарь урынбаҫары.

Бөгөнгө көн театр менән танышыуға арналһа, икенсе тамашаны Космонавтика көнөнә бағышларға уйлайҙар.

Читайте нас: