-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Март 2021, 13:41

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ АУЫЛЫНДА "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ ИСЕМ ТУЙЫН ҮТКӘРҘЕ

Пермь өлкәһе Пермь районында арҙаҡлы Рәсәй мәғдәнсеһе, милләттәшебеҙ Исмәғил Тасимовтың тыуған ауылында балалар "Аҡбуҙат" журналы менән танышты. Тулыраҡ сайтта танышығыҙ.

Башта уҡыусылар данлыҡлы ауылдаштары исемен мәңгеләштергән таҡтаташты асыу тантанаһында ҡатнашты.
Аҙаҡ саралар урындағы мәктәптә дауам итте.
Ғәйнә ырыуы йыйыны сиктәрендә ойошторолған сарала баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихы хаҡында һөйләне. Лариса Хашим ҡыҙы балаларға төбәктең шәхестәре Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ижбулатов, Ғәйнә ырыуы тарихы тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Артабан балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән Ғәйнә ырыуының ҡошо — һөҙһөттө төшөрҙө. Еңеүсе — Валерия Захарова һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Шулай уҡ Елизавета Мезенцева, Тимур Соколов, Софья Ишметова, Никита Новиков, Алмас Садртдинов, Эвелина Васеева, Артур Дусаков һүрәттәре иң уңышлыһы тип табылды.
Байрамда балалар төньяҡ-көнбайыш диалектында "Шумер" йәнһүрәтен ҡараны, йәнһүрәт буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас: