-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Март 2021, 12:31

Ғабдулла менән Вәзир ҙурайған!

Пермь крайындағы башҡорт балалары "Өс таған" фильмы геройҙары һәм киноны төшөргән Айнур ағай менән осрашты.

Пермдәге Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә был тарафта йәшәгән милләттәштәребеҙгә Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы буйынса төшөрөлгән ошо уҡ исемдәге нәфис фильм да күрһәтелә.
Кисә картинаны Төнгүк башҡорт ауылында көн күргән милләттәштәребеҙ ҡараны.
Йыйылғандарҙың күбеһе балалар ине.
Улар менән осрашыуға режиссер Айнур Асҡаровтың үҙенән тыш, Ғабдулла ролен башҡарған Илдар Биҡҡолов, Вәзирҙе уйнаған Арыҫлан Ғәлиев та килгәйне.
Инде егет ҡорона инеп барған малайҙар фильм тамамланғас, тамашасылар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, ә Айнур съемкалар ваҡытындағы ҡыҙыҡ хәлде иҫкә алды:
"Малайҙар шул хәтлем ирәйеп китте, ҡуйыусы операторҙы үсекләй, уның менән шаяра башланылар. Һуңғы дубль төшөрөлөп "Туҡта! Төшөрөлдө!" командаһы яңғырау менән үк оператор "Кәрәгегеҙҙе бирәм!" тип малайҙар артынан сапты".
Режиссер һөйләүенсә, кино төшөргәндә балалар менән уңышлы хеҙмәт сере: уларҙы тулыһынса ата-әсәһенән, ҡәҙимге тормоштарынан айырып, изоляцияға дусар итеү.
"Беҙ лагерь булып йәшәнек, фильм төшөрөлөп бөткәнсе балалар ата-әсәләре менән күрешмәне. Шуға күрә улар асылды, тартыныуҙары бөттө", - тине ул.
Кемдер "Малайҙар нисә һум эш хаҡы алды?" тип һораны. Яҡынса 50-60 мең һум тәшкил иткән икән уларҙың киноға төшөү хаҡы.
"Бер ҡасан да аҡса өсөн эшләмәгеҙ, эшегеҙҙе яратып башҡарһағыҙ, аҡса үҙе килә", - тип белдерҙе Айнур Асҡаров.
Төнгүк балаларына "Өс таған" фильмы оҡшаны, бер малай сара һуңында Вәзир янына барып "Интернетта ҡасан ҡарап була?" - тип ҡыҙыҡһына ине (фотола).
Айгөл ЙӘМИЛЕВА, Пермь крайы.
Читайте нас: