+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2021, 11:42

УЛАННАР* "АҠБУҘАТ" МЕНӘН ТАНЫША

«Аҡбуҙат» журналы Пермь өлкәһенең Ғ. Туҡай исемендәге Барда гимназияһында юбилейын үткәрҙе. Тулыраҡ: сайтта.*Уланнар тип ғәйнәләр балаларҙы атай. Ул баланың затына бәйле түгел, бары тик кескәй милләттәшебеҙҙе аңлата.

Ғәйнә ырыуы йыйыны сиктәрендә ойошторолған сарала баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихы хаҡында һөйләне. Барда башҡорттары, Пермь крайынан сыҡҡан данлыҡлы башҡорттар хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Лариса Хашим ҡыҙы балаларға төбәктең шәхестәре Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ижбулатов, Ғәйнә ырыуы тарихы хаҡында һөйләне.

Артабан балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән Ғәйнә ырыуының ҡошо — һөҙһөттө төшөрҙө. Еңеүсе — Алһыу Көсөкбаева һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Шулай уҡ Элина Сабитова, Артур Ишманов һүрәттәре иң уңышлыһы тип табылды.
Байрамда балалар төньяҡ-көнбайыш диалектында "Шумер" йәнһүрәтен ҡараны, йәнһүрәт буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Сара һуңында уҡыусылар үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр һөйләне, шәжәрәләре менән таныштырҙы.
Һүрәттәр, видеолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.
Барда гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты башҡорт яҙыусыларының портреттары менән биҙәлгән. Бында башҡорт телен йәкшәмбе мәктәбендә 50-гә яҡын бала өйрәнә.
Читайте нас: