+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2021, 09:13

ТЫУҒАН ЕРҘӘН ИЛҺАМ АЛЫП

Элек-электән халҡыбыҙ сәсәндәрҙе, ҡобайырсы, бәйет һөйләүселәрҙе һанлаған, хөрмәт иткән. Нәфис һүҙ оҫталарына һәр ҡайҙа ла айырыуса мәртәбә күрһәтелгән. Ошо һөйөү шиғриәткә лә күскән. Күңелдәрендә йөрөткән тойғоларҙы шиғри юлдарға һалған шағирҙарҙың ижадын кешеләр күңеленә үтеп инерлек, тамашасыны илатырлыҡ, тетрәндерерлек итеп һөйләй белеү ул үҙе маһирлыҡ.

17 март Исламбай ауыл китапханаһында “Тыуған ерҙән илһам алып!" Бөрйән районынын сыҡҡан шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Конкурстың маҡсаты: балаларҙы шағирҙарыбыҙҙың ижады менән таныштырыу, йәш быуында шиғриәткә ҡарата һөйөү уятыу. Бөтәһе 8 йәштән 45 йәшкә тиклем 18 бәйгесе көс һынашты. Һәр конкурстың еңеүселәре була тигәндәй, нәфис һүҙ, шиғыр һөйләгәндә йөкмәткене тамашасыға еткерә белеү, үҙеңде тыңлаған кешеләрҙе шиғыр тәьҫирендә тотоу, артислыҡ, сәхнәлә үҙеңде иркен тойоу кеүек сифаттарға эйә булғандар ғына еңеүгә өлгәшергә була икәнен бәйгеселәр аңлап, ныҡлап әҙерләнеп килгәндәр ине. Улар үҙҙәренең матур сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Баһалама ағзалары һәр береһенә ғәҙел баһа биреп, еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Китапханасы “Тыуған ерҙән илһам алып" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Был кисә лә йыр-моңға ла урын бирелде. Сәжидә Хәсәнова шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙырына яҙылған йырҙарын йырлап, кисәгә йәм өҫтәне. Был сара күңелдәрҙә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырғандыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙең барыһына ла Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: