Уҡыусыларҙа сәләмәт йәшәүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү, сәләмәтлекте һаҡлауҙың, нығытыуҙың мөһимлеген төшөндөрөү, әҙәп, гигиена, көндәлек ҡағиҙәләре үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһон күрһәтеү маҡсатында, башланғыс класс уҡыусылары менән “Һаулыҡ иле” исемле күңелле сара үткәрелде. Кескәйҙәргә «Һаулыҡ иле»нә сәйәхәт итергә Доктор Айболит ярҙам итте. Беҙҙең сәйәхәтебеҙ биш станциянан торҙо. Һәр станцияла балаларҙы ҡыҙыҡлы һорауҙар, йомаҡтар, уйындар ҡаршы алды. Сәйәхәтебеҙҙең тәүге станцияһы: «Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә» тип аталды. Был станцияла балалар мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлаттылар. Сәйәхәтебеҙҙең икенсе станцияһы: «Көндәлек режим» - кескәйҙәр үҙҙәренең көндәлек режимдары менән таныштырҙы. "Витаминдар“ станцияһында емеш-еләк, йәшелсәләр тураһында әңгәмәләштек. Беҙ сәләмәт булыр өсөн дөрөҫ туҡланырға тейешбеҙ. Дүртенсе станция «Файҙалы, файҙаһыҙ» тип аталды. Был станцияла балаларға ҡыҙыл һәм һары төҫлө сәскәләр таратып биреде. Һүҙҙәр әйтелде. Әгәр ул аҙыҡ файҙалы булһа, кескәйҙәр һары төҫлө сәскәне, әгәр зарарлы булһа, ҡыҙыл төҫлө сәскәне күтәрҙеләр, мәҫәлән, алма, чипсы, кишер, ҡымыҙ, кока-кола, икмәк, һөт, ит, колбаса, балыҡ, чупа-чупс. Иң һуңғы күңелле станция «Күңелле старт» тип аталды. Был станцияла кескәйҙәр ике командаға бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар.