* * *
Шәүрәкәй өләсәһенең ҡолағына:
- Өләсәй, һиңә бер секретик әйтәм, тик һин бер кемгә лә әйтмә, йәме! - ти шыбырлай.
- Ярай, әйтмәм.
- Тимерхан сынаяҡты ватты...
- Ә һин әсәйеңә әйттеңме һуң?
- Эйе, әйттем.
* * *
Шәүрәкәй өләсәһе менән урамға уйнарға сығырға йыйына.
Өләсәһе:
- Ҡыҙым, ҡомда уйнар булһаң биҙрәңде ал. Бәүелсектә бәүелер булһаң бер нәмә лә алма! Аҙаҡ магазинга барып килербеҙ.
Шәүрәкәй:
- Әтеү, сумочкамды ғына алам.
* * *
Шәүрәкәй өләсәһенә шылтырата:
- Өләсәй, мин бөгөн урамда уйнаным!
- Ярай, маладис, ҡыҙым! Тимерхан ағайың да уйнанымы?
- Эйе.
- Әсәйең өйҙәме ?
- Өйҙә.
- Атайың өйҙәме?
- Өйҙә.
- Тимерхан ?
- Өйҙә. Мин дә өйҙә !
* * *
Тимерхан урамда велосәпиттә йөрөй . Күрше ҡыҙы Алтынай:
- Хан, миңә сәпитеңде биреп тор әле !
- Юҡ, бирмәйем, үҙем йөрөйөм.
Алтынай:
- Әйҙә, минеке менән алышып йөрөйбөҙ.
Хан:
- Әйҙә !
Алтынай Хандың сәпитенә ултырып китә.
Хан:
- Һинеке ҡайҙа?
- Минеке әлегә магазинда .
* * *
Тимерхан менән Шәүрәкәй ҡайһы магазинга барыу тураһында бәхәсләшә.
Хан:
- "Байрам"ға !
Шәүрәкәй:
- "Лента"ға !
Хан:
- Юҡ, "Байрам"ға !
Шәүрәкәй:
- "Лента"ға !.. - Ә ниңә "Байрам"ға?..
Хан:
- “Байрам” башҡортса була ! Шуға башҡорттар "Байрам"ға барырға тейеш, белдеңме?!.
- Эһеее !..
* * *
Тимерхан Шәүрәкәйҙе ҡыуып йөрөтә.
- Бир минең кәнфитемде ! Бир !..
Шәүрәкәй:
- Миндә һинең кәнфитең юҡ.
- Ана, ҡулыңда...
- Был минең кәнфит... ә һинекен ашаным инде.
* * *
Өләсәһе Тимерханға:
- Оҙаҡламай улымдың Тыуған көнө. Биииш йәш тула !
Хан:
- Эйееее!
- Улым, Тыуған көнөңә ниндәй бүләк алайым ?
- Mercedes-Benz C63 AMG Coupe Black Series на пульт управление.
- Ярай! – тигән булды өләсәһе. Уныһы тағы ниндәй машина була икән?...
* * *
Тимерхан һеңлеһенә уйынсыҡтарын йыйып ҡуйырға өйрәтә. Шәүрәкәйгә оҡшамай, тыңламай, мыжый.
Тимерхан:
- Өләсәй, ҡара, беҙҙең Шәүрәкәй маладис, ивет, миңә уйынсыҡтар йыйыша! - тигән була, һеңлеһен дәртләндерергә теләп.
Өләсәһе:
- Эйе. Улым да, ҡыҙым да маладис! – тине, улын йөпләп.
Тимерхан маҡтау һүҙенә ирәйеп китеп:
-Ярай инде, өләсәй, бөгөнгә үҙем генә маладис булып торайым, йәме!- тип, уйынсыҡтарын кәштәгә теҙеп ҡуйҙы.
* * *
Тимерхан:
- Өләсәй, Ҡояш - апай булғас, Ай - ағай була инде , иивееет?!.
* * *
Шәүрәкәйҙең ҡулын серәкәй тешләгән. Шәүрәкәй:
- Өләсәй, ауыртааа!
- Кил, ҡыҙым, “өф” итәм !
Тимерхан:
- Юҡ, өләсәй, бында “өф” менән генә булмай, бальзам һөртөргә кәрәк.
* * *
Шәүрәкәй өләсәһе менән Һүрәттәр ҡарап ултыра:
- Ҡыҙым, был нимә ?
- Был бесәй .
- Ә быныһы ? (турғайға күрһәтеп)
- Бесәй түгел.
* * *
Шәүрәкәй урамда, саф һауала, ҡарҙа уйнап инде. Тамаҡ ялғап алғас, һабын күбеге тулы ваннаға сәп-сәп итергә инеп китте.
Өләсәһе:
- Ҡыҙым, был һабын күбеге, - ти, усындағы күбекте уға өрөп.
- Юҡ, һабын күбеге түгел, был йылы ҡар, - ти Шәүрәкәй.
* * *
Шәүрәкәй өләсәһе менән сәй эсеп ултыралар. Ҡыҙсыҡ кәнфитен ашап бөттө лә:
– Өләсәй, ңыыы! – ти, ҡулын кәнфит һауытына һуҙып, йәнәһе алып бир. Өләсәһе:
– Өләсәй, миңә кәнфит алып бир әле тип әйт!
Ҡыҙ:
– Өләсәй, ңыыы! – ти, йәнә ҡулын һуҙып.
Өләсәһе :
– Әгәр, өләсәй, миңә кәнфит алып бир әле тип әйтмәһәң, башҡа кәнфит бирмәйем, – ти.
Шәүрәкәй:
– Ярай инде, үҙем алам, – тип ултырғысына тороп баҫты.
* * *
Тимерхан өләсәһенең дарыу эскәнен күреп:
– Өләсәй, ҡайһы ерең ауырта ?
– Бынау ерем – ти, өләсәһе, биленә күрһәтеп.
– Ҡайҙа "өф" итәм ! Әсәйем шулай итһә, минең тубығымдың ауыртыуы бөтә лә ҡуя.
* * *
Тимерхан арып карауатына менеп ятты. Күҙҙәре йомолоп бара.
Өләсәһе өҫтөн ябып:
– Улым бөгөн бик арыны шул; баҡсаға һыу һибеште, һәүкәште көтөүҙән ҡаршы алды, тауыҡтарға ем һалды,..
Хан йоҡо аралаш:
– Эйеее !
Өләсәһе:
– Тағын нимә эшләнең, улым?
– Кишер ашаным.
– Вәт, минең улым, маладис!
* * *
Йәй еткәс, Тимерхан ауылдағы өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып китте. Өфөләге өләсәһе шылтырата :
– Алло, улым, һаумы !
– Һаумы, өләсәй !
– Өфөгә ҡасан ҡайтаһың?
– Юҡ әле ҡайтмайым. Мин бында ял итәм ! Һин дә ял ит ! - ти.
* * *
Балалар баҡсаһынан ҡайтышлай әсәһе:
– Улым, көндөҙ йоҡланыңмы?
– Юҡ! Сара Сабировна йоҡланы, ә мин юҡ .
* * *
Тимерхан ашарға ултырҙы. Ниндәй төштәр күргәнен, кисә Ҡыш бабай килгәнен, ни өсөн кислотный ямғыр яуғанын һ.б. бик күп нәмәләр тураһында һөйләне.
– Йә, ярай, улым, аша инде, бутҡаң да һыуынып бөттө!
– Мин, өләсәй ашарға түгел, ә һинең менән бер аҙ һөйләшеп алырға тип кенә ултырған инем...
* * *
Шәүрәкәй өләсәһенә группаһындағы хәбәрҙәрен һөйләй:
– Илдар (ауыҙын ҡыйшатып, телен сығарып күрһәтеп), шулайтып ҡыҙҙарҙы үсекләй!
– Улай ярамай, тип әйттеңме һуң?
– Юҡ, мин уның әсәһе түгел дә!
* * *
Шәүрәкәй:
– Баҡа башҡортса баҡ-баҡ-баҡ, ә русса ква-ква-ква ти, вәт!
* * *
Тимерхандың күҙенә ҡояш төшә:
– Әсәй, әсәй! Ҡояш миңә фонарик менән яҡтырта !
* **
Тимерхан:
– Әсәй, миңә атайҙыҡы һымаҡ сәс кәрәк.
– Ниндәй ?
– Сыкарный! (Шикарный)
* * *
Әсәһе әсәһенә “Әсәй!” - тип әйткән һайын, Тимерхан:
– Был әсәй түгел, был – өләсәй! – тип төҙәтә.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.
+3 °С
Ясна