+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март 2021, 13:38

"ЯРАТҠАН БЕСӘЙЕМ ПУШОК"

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы ҡыҙы Айнагөл Әминеваның бесәйе шул тиклем аҡыллы икән! Яратҡан бесәйенә Айнагөл бына ошондай өй ҙә эшләгән.Ә һеҙҙең бесәйегеҙ бармы? Бесәйегеҙҙе нисек яратаһығыҙ? Беҙгә яҙып ебәрегеҙ, фотоларын һалығыҙ!

Минең бесәйемдең исеме Пушок. Ул ап-аҡ төҫлө, йомшаҡ ҡына. Уға 3 йәш тулды. Беҙ иғлан буйынса Таһир ауылынан барып алдыҡ. Ул ваҡытта бесәйемә 1 ай ғына ине. Бәләкәй сағында ихлас уйнай, йүгерә торғайны, хәҙер йыбана, олоғайҙы.
Бесәйем шул тиклем аҡыллы, тәртипле. Өйҙә эш боҙмай, сысҡан тота. тышҡа сығырға төндә лә мыяулап тауыш бирә.
Бесәйем яңылыш ят машинаға ултырып Темәскә лә барып ҡайтты. Ике көндән төнгө сәғәт 12-лә асығып, хәле бөтөп, арып ҡайтып инде.
Быйыл йәй көнө ауырып ике аҙна урманда йөрөп килде. Бесәйҙәр үҙҙәренә кәрәкле үлән табып ашап йүнәләләр икән.
Мин бесәйемде яратам. Ул өйҙә булмағанда ныҡ ҡайғырам, күңелһеҙләнәм.
Читайте нас: