+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Март 2021, 18:23

"ӨС ТАҒАН"ДЫ КИНОТЕАТРҘАРҘА ҠАРАЙҘАР

һуғыштан һуңғы ваҡытта башҡорт ауылында йәшәгән дүрт малай тураһында мауыҡтырғыс, мажаралы фильм УЛ.

Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән “Өс таған” фильмы прокатҡа сыҡты. Уны Башҡортостан, Татарстан, башҡа күрше төбәктәр, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Алтай крайы кинотеатрҙарында ҡарайҙар. “Өс таған” – һуғыштан һуңғы ваҡытта башҡорт ауылында йәшәгән дүрт малай тураһында мауыҡтырғыс, мажаралы фильм. Ғабдулла, Айҙар, Вәзир, Яҡуп исемле малайҙар кипкән күлде “йәнләндереп”, Кирәмәт тауын ҡотҡарырға теләй. Маҡсаттарына ирешер өсөн уларға бик күп һынауҙар аша үтергә, һәр ҡайһыһына яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тура килә. “Ғаиләгә бағышланған ихлас, яҡшы фильм, тип әйтер инем, – тине был фильм тураһында Андрей Федоров, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы. – Ҡатмарлы тормошта йәшәйбеҙ. Нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлатыу һәр ата-әсәнең изге бурысы. Был фильмда ошо дүрт бала маҡсатҡа өлгәшеү – тубыҡтарҙың, теһәктәрҙең күгәреп, һыҙырылыуҙары аша икәнен яҡшы аңлай. Маҡсаттарына табан барғанда бик күпте кисерә улар, әммә теләктәренә өлгәшәләр...”
Читайте нас: