+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Март 2021, 15:03

«2020 йылда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары»

Әминә ШАФИҠОВА, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры (БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендәге сығышынан):

2017 йылдан Башҡортостан Республикаһы «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектында ҡатнаша. Проект өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла:
«Урындағы мәҙәниәт йорто»;
«Театр – балаларға»;
«Кесе ҡалалар театрҙары».
Был проект ауыл халҡының мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуын, мәҙәни ҡиммәттәргә ныҡлап иғтибарын йәлеп итеүгә уңайлы шарттар булдырырға мөмкинселек бирә. Был айырыуса ҡалалағы кеүек һайлау мөмкинселеге булмаған ауылдарға хас.
«Театр – балаларға» һәм «Кесе ҡалалар театрҙары» проекттары балалар һәм ҡурсаҡ театрҙары, шулай уҡ 300 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар театрҙары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә иҫәпләнгән. Ошо йылдар эсендә 8 театрға, шул иҫәптән 3 - балалар театрҙарына ярҙам күрһәтелде.
Театрҙар үҙҙәренең матди-техник базаһын нығытты: креслоларҙы яңырттылар, яҡтылыҡ, тауыш, сәхнә ҡорамалдары, тегеү оҫтаханалары өсөн ҡорамалдар, декорациялар һәм костюмдар һатып алды. Гастроль эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн 10 автобус, шул иҫәптән 2020 йылда 3 автобус һатып алынған.
Бөтә проекттарҙы тормошҡа ашырыу осоронда театрҙарҙың репертуары 54 яңы спектакль менән тулыланды, уларҙың 25 - балалар һәм ғаилә менән ҡарау өсөн сағыу һәм ғәҙәти булмаған спектаклдәр.
2020 йылда ғына 14 яңы спектакль сәхнәләштерелде.
«Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы һәм фестивале Эксперт советының фекеренсә Салауат дәүләт башҡорт драма театрының «Глумов» (А.Островский) спектакле 2017-2018 йылдар миҙгелендә иң билдәле спектаклдәр лонг-лист исемлегенә инде.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» спектакле (М.Кәрим) «Дуҫлыҡ күпере» XVII Рәсәй һәм сит илдәр рус театрҙарының Халыҡ-ара фестивале лауреаты булды.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры М.Кәрим әҫәре буйынса «Өс таған» («Таганок») спектакле «Сказочная палитра» Милли йәш тамашасы театрҙары һәм йәштәр театрҙарының II Төбәк-ара фестивалендә «Йәш тамашасы өсөн иң яҡшы спектакль (режиссура)» номинацияһында еңеүсе булды. Шулай уҡ, VII «Туғанлыҡ – 2019» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале еңеүсеһе тип табылды.
Был театрҙарыбыҙға бирелгән наградаларҙың тулы исемлеге түгел.
Быйыл декада 18 марттан 25-енә тиклем баш ҡала театрҙарында уҙғарыу ҡаралған. Тамашасы 2020 йылдың премьера спектаклдәре менән таныша аласаҡ. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: