+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2021, 13:28

«Аҡбуҙат» журналы Баҡалы районының Мостафа мәктәбендә юбилейын үткәрҙе

Юрмый ырыуы йыйыны сиктәрендә Баҡалы районының Мостафа мәктәбендә «Аҡбуҙат» журналының 30 йыллыҡ юбилей саралары үтте. Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларҙы баҫманың тарихы менән таныштырҙы. Баҡалы районы — башҡорт әҙәбиәтенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаев бүләк иткән ер.

Ул ғүмеренең ахырынаса башҡорт баҫмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләне, йәшәне. Лариса Хашим ҡыҙы балаларға төбәктең шәхесе, Юрмый ырыуы тарихы хаҡында һөйләне.

Артабан балалар журналдың рәссамы Артур Вәсилов менән бергә Юрмый ырыуының ағасы — өйәңкене төшөрҙө. Еңеүсе — Сулпан Әғлетдинова һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Шулай уҡ Әлим Ғәлләмов, Альмир Әхмәтвәлиев, Эвелина Йосопова, Айназ Әхмәтвәлиев һүрәттәре иң уңышлыһы тип табылды.
Байрамда балалар төньяҡ-көнбайыш диалектында "Шумер" йәнһүрәтен ҡараны, йәнһүрәт буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Сара һуңында уҡыусылар, үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр һөйләне, шәжәрәләре менән таныштырҙы.
Һүрәттәр, видеолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.
Мостафа мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты башҡорт яҙыусыларының портреттары менән биҙәлгән. Бында туған тел булараҡ башҡорт телен 58 баланың 21-е өйрәнә.
Читайте нас: