инде милли ҡомартҡылар, биҙәүестәр , шулай уҡ халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады менән таныштылар. Ағинәйҙәр менән бергәләп йомаҡ ҡойоштолар, уҡыу, белем алыу, һөнәрҙәр тураһында мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Белмәгәне юҡ балаларҙың, әйтеш- һынамыштарҙы, һанашмаҡтарҙы ла беләләр. "Үгеҙ йөҙөк", "Осто-осто" кеүек боронғо уйындар ваҡытында йыр-моңға маһирлыҡтары менән бергә спортты бик яратыуҙарын да иҫбатланылар.
Байрам һуңында балалар ағинәйҙәргә үҙҙәре әҙерләгән бүләктәрен тапшырып, тағы ла ҡунаҡҡа килеүебеҙҙе һоранылар. Артабан уҡыусылар самауырлы табын артында өләсәйҙәр әҙерләп килтергән буҙа, төрлө тәмлекәстәр, милли ризыҡтар менән һыйланды.