* 10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.
* 11 март көндө ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.
* 12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.
* 13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.
* 14 март ниндәй – йәй шундай.
* 15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.
* 16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.
* 17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.
*18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.
* 19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.
* 20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.
* 21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.
* 22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.
* 23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.
* 24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.
* 25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.
* 26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.
* 27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.
* 28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.
*29 март ниндәй – апрель шундай.
* 30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.
* 31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.