+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2021, 15:14

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, "ТАМЫР"!

Тыуған көнөң менән, “Тамыр”! Һинең тапшырыуҙарыңды ҡарап нисәмә быуын үҫте. Туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, уны үҫтереү, һаҡлау буйынса; йолаларыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрәнеү, белеү йәһәтенән дә ролең ҙур. Башҡорт халҡының киләсәге – сабый саҡтан, “Аҡбуҙат” журналының әкиәттәрен уҡыуҙан, “Тамыр”ҙың үҙ телебеҙҙәге тапшырыуҙарын ҡарауҙан, тыңлауҙан башлана. Артабан да һәр тыуған сабый күңеленә башҡортлоҡ орлоғон һалыуыңды, уны үҫтереүеңде уңышлы дауам ит, “Тамыр”!

Бәләкәстәр өсөн тәүге радиотапшырыу, нескә билле ҡырмыҫҡалар балаларыбыҙға өлгө, маяҡ булһын, тигән маҡсаттан сығып, “Иләү” тип исемләнгәйне. 1992 йылдың 2 мартында иң беренсе “Сәңгелдәк” тапшырыуы донъя күрә. Шул көндө “Тамыр” балалар студияһы үҙенең исем туйы уҙғара! Хәҙерге көндә “Тамыр” тотош балалар тапшырыуҙары каналына әйләнде һәм илебеҙҙәге иң яҡшы балалар телеканалдарының береһе.

Тыуған көнөң менән, “Тамыр”! Һинең тапшырыуҙарыңды ҡарап нисәмә быуын үҫте. Туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, уны үҫтереү, һаҡлау буйынса; йолаларыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрәнеү, белеү йәһәтенән дә ролең ҙур. Башҡорт халҡының киләсәге – сабый саҡтан, “Аҡбуҙат” журналының әкиәттәрен уҡыуҙан, “Тамыр”ҙың үҙ телебеҙҙәге тапшырыуҙарын ҡарауҙан, тыңлауҙан башлана. Артабан да һәр тыуған сабый күңеленә башҡортлоҡ орлоғон һалыуыңды, уны үҫтереүеңде дауам ит, “Тамыр”!

Читайте нас: