+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2021, 15:35

ТАМАРА АПАЙҘЫ ИХЛАС ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Хәҙерге башҡорт операһы лабораторияһы» проектының тәүге йомғаҡтары үтте.Жюри ағзалары иң яҡшы алты пар әҫәрҙе һайлап алды. Ижади бәйгелә еңеүселәр араһында «Шәйехзада» әҫәре менән Тамара Юлдашева ла бар."Аҡбуҙат" һеҙгә уңыштар теләй, Тамара апай!

“Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә йәш авторҙарға ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Тәҡдим ителгән бөтә эштәрҙә лә милли колорит тойола. Улар бөтәһе лә тейешле кимәлдә яҙылған һәм үҙ тыңлаусыһы менән тамашасыһын таба аласаҡ”, - тине конкурстың жюри составына индерелгән Рәсәй композиторҙар Союзы ағҙаһы, П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы, “Алтын Битлек” Рәсәй Милли театр Премияһы лауреаты Алексей Сюмак.
Киләһе этап булып музыка һәм либретто авторҙары менән ҡуйыусы һәм башҡарыусыларҙың берҙәм эшмәкәрлеге тора. “Лабораторияның” финал аккорды инде, Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә, алты опера эскиздарын (ҡыҫҡа ҡуйылыш) театр труппаһы ҡатнашлығында сәхнәләштереү буласаҡ. Һәм киләсәктә опера булдырыу өҫтөндә эшләү өсөн иң яҡшы әҫәр һайланасаҡ.
“Был әҫәрҙәрҙе оркестр башҡарыуында ишетһәк, материалға төпкәрәк үтеп инеп, автор нимә әйтергә теләүен яҡшыраҡ аңлар инек”, - ти «Хәҙерге башҡорт операһы лабораторияһы» проекты етәксеһе, театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм республиканың дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантын алыусылар исемлегенә инде. Беренсе этапта башҡорт риүәйәттәре, әкиәт, эпос йәки Башҡортостан тарихынан ваҡиғаларға нигеҙләнгән иң яҡшы либреттоларҙы һайлап алыу үткәрелде.
Проект Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты аҡсаһына ғәмәлгә ашырыла.
Читайте нас: