+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Март 2021, 16:16

Йәш мәргән уҡсылар

Ошо ялдарҙа Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында “Мәргән уҡсы” уттан атыу турниры ойошторолдо. Сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтте.

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған уҡ атыу шөғөлөн тергеҙеү маҡсатында ойошторолған бәйгегә олоһо ла, кесеһе лә йыйылды.
Яҡут ауылында үткән йыл аҙағынан алып уҡ атыу түңәрәге лә асылған, унда ун алты бала шөғөлләнә.
Түңәрәк етәксеһе Рәүеф Әбйәлилов менән йәш уҡсылар уҡтарҙы тал ботағынан үҙҙәре эшләп ала.
“Мәргән уҡсы” турнирына үҙ көсөн һынарға Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та килгән. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы уҡтан атыу буйынса тамаша күрһәтеп, һыбайлылар ҡаршы алған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: