-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2021, 11:15

БӨЙӨКТӘРҘЕҢ ӘЙТКӘНЕ

Һабрау йырауҙың Уралға ҡарап әйткәне. Ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ әҙәбиәтселәре “Идегә” дастанының һәм биш-алты тулғауҙың ижадсыһы итеп Һабрау йырауҙы һанайҙар. Ай Урал тау, Урал тау.Кемгә ҡуныш булманы? Даны киткән һылыуҙай,Кемдән яусы килмәне? Иҙеленән һыу эскән,Ут уйнатып буйында.

Уралда тыуған баланың
Теле сыға башлағас,
“Әсә тигән һүҙҙән һуң,
Икенсеһе – “Уралтау!”
Утыҙ теше сайраған,
Бар һөйәге ҡыйраған.
Ите бөтөп бар тәне
Тарамышҡа әйләнгән,
Йөҙҙән артыҡ йыл йәшәп,
Уралым тип көйләгән;
Ата-әсәһе үлгәндә
Иман теләп алланан, 196.
Ҡанлы йәшен ҡатмаған
Һабрау ҡарт та тыуған тау.
Читайте нас: