Был сарала балалар Башҡортостан республикаһының тарихы,ҡаҙаныштары,батырҙары,мәҙәниәте, символдары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Башҡорт халыҡ уйындары менән танышып, бергәләп уйнаныҡ,башҡорт һәм рус телендә йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләнек. Залда Тыуған ил, Тыуған ер темаһына арналған ,балалар ижадынан торған, күргәҙмә ойошторолдо. Үткәрелгән сара балаларҙа Тыуған илгә һөйөү,башҡорт тарихына ҡыҙыҡһыныу, республикала йәшәгән бөтә халыҡҡа ҡарата ихтирам уятты.