-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2021, 16:10

СОРҒОТ ҠАЛАҺЫ КЕСКӘЙҘӘРЕ ЛӘ "АҠБУҘАТ"ЛЫ!

Ҡурай менән баянда дәртле көйҙәр көйләгән Сорғот районы Аҫҡысортым ҡасабаһынан уҡыусы, бер туған Яҫыбаевтар барыһының да күңеленә хуш килде. Йырлы, бейеүле саранан һуң балаларға ла, ата-әсәйҙәргә лә бүләккә “Аҡбуҙат” һәм башҡа милли матбуғат баҫмалары таратылды.

Сургут ҡалаһының Йәкшәмбе мәктәбенә 2 йыл.
Ошо көндәрҙә Башҡорт теле көнө һәм мәктәпте асыу көнө бер датаға тура килеү айҡанлы “Башҡорт мәҡәлдәре — һүрәттә» исеме аҫтында тәрбиәүи әһәмиәткә төпләнгән матур сара уҙҙы. Дәресте тарих, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Гөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова алып барҙы. Дәрестән һуң, Сорғот ҡалаһы Милли мәҙәниәт үҙәге методисы Нурия Сәлихова балаларға мәҡәлдәрҙе һүрәткә һалыу серҙәре менән бүлеште. Дәрестә, хатта ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты.
Шулай уҡ урындағы Башҡорттар Ҡоролтайы рәйесе Рәүдәт Көлмәнбәтов милли мәҡәлдәргә, әйтемдәргә ҙур иғтибар бүлгәндәре өсөн, рәхмәт һүҙҙәре менән онлайн элемтәгә сыҡты.
Байрам аҙағында, урындағы әүҙем әйҙәүсе Флүзә Боранғолова үҙе менән алып килгән тәмле милли ризыҡ - урама (хворост) менән сәй эсергә саҡырҙы.
Читайте нас: