+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2021, 19:02

"БАШҠОРТОСТАН УҠЫТЫУСЫҺЫ" ҮҘЕНЕҢ 100 ЙЫЛЛЫҠ ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘЙ!

Бөгөн Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында үтте тантаналы байрам.

Тормошта осраҡлыҡтар булмай. Бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйле. "Аҡбуҙат" менән "Башҡортостан уҡытыусыһы" араһында ла бер уртаҡлыҡ та юҡ кеүек. Тәү ҡарашҡа. Ә бит 100 йыллыҡ ғүмер кисергән абруйлы журнал балалар баҫмаһына ысын мәғәнәһендә олатай! Күпме тәрбиәсе үҙенең эшендә ҡуллана журналды! Күпме балаға тәрбиә биреүгә өлөш кертә! Ә "Башҡортостан уҡытыусыһы"ның баш мөхәррире Салауат Кәримов үҙе "Аҡбуҙат" журналын асып, аяҡҡа баҫтырып ебәреүселәрҙең береһе булып тора. Кескәйҙәрҙең яратҡан баҫмаһына әүерелдереүгә ҙур көс һалған ул.
"Аҡбуҙат" журналы коллективы ысын күңелдән журналды күркәм юбилейы менән тәбрикләй! Артабан да йәш быбыуынды тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә уҡытыусыларға терәк булып йәшә лә йәшә әле!
Читайте нас: