+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2021, 15:35

"АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ БҮЗДӘК РАЙОНЫНЫҢ Р. ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ САБАЙ МӘКТӘБЕНДӘ ЮБИЛЕЙЫН ҮТКӘРҘЕ

Ҡаңны ырыуы йыйыны сиктәрендә Бүздәк районының Сабай мәктәбендә "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллыҡ юбилей саралары үтте. Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихы хаҡында һөйләне.

Ул шулай уҡ Бүздәк районы башҡорт әҙәбиәтенә Башҡортостандың халыҡ шағиры,."Аҡбуҙат"тың беренсе баш мөхәррире, ойоштороусы Факиһа Туғыҙбаеваны бүләк иткән ер булыуын айырым билдәләне.
Артабан балалар журналдың рәссамы Майя Ҡәйүмова менән бергә Ҡаңны ырыуының ҡошо - торнаны төшөрҙө. Еңеүсе - Кирил Фадеев һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ.
Байрамда балалар төньяҡ-көнбайыш диалектында "Шумер" йәнһүрәтен ҡараны, йәнһүрәт буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Сара һуңында уҡыусылар үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр һөйләне, шәжәрәләре менән таныштырҙы, бейеүҙәр башҡарҙы.
Һүрәттәр, видеолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.
Балалар ҡунаҡтарҙы доғалар белеүе менән дә ҡыуандырҙы.
Читайте нас: