+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2021, 12:15

БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС. БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫӘлфиә ӘСӘҘУЛЛИНАБашҡортостан флагында Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай. Зәңгәр күктә талпына ул, Аҫыл ҡош ҡанатылай. ...

Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.

Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.

Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”
Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА
Читайте нас: