-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2021, 17:15

Әйҙә әкиәт тыңлайыҡ!

Кескәйҙәр хәҙер донъя классикаһын тәшкил иткән әкиәттәрҙе башҡортса тыңлай ала.

Был мөмкинлеккә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың сайтында эйә булырға мөмкин.
Л. Кэрролдың Алисаһы, “Мең дә бер кис”тән Шәхерезада, һәм башҡа билдәле әкиәт геройҙары – улар барыһы ла башҡортса һөйләшә.
Был проект Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы тарафынан башлана, ә әкиәттәрҙе аудиояҙмаға әҙерләү менән Илшат Фәхертдиновтың ҡул аҫтындағы ижади төркөм шөғөлләнә.
“Ун бер йыл дауамында балалар өсөн президент шыршыларын ойоштороу менән шөғөлләнгәс, был өлкәлә тәжрибәм етерлек. Аудиоәкиәттәрҙе бойомға ашырыу күптәнге хыялым ине. Мәҙәниәт министры тәҡдим иткән әҫәрҙәрҙән Кэрролдың “Алиса мөғжизәләр илендә”, “Мең дә бер кисә” көнсығыш әкиәттәрен һайланым. Март аҙағына тиклем Роберт Стивенсондың “Хазиналар уртауы” әкиәтен яҙҙырыу – ниәтебеҙ”, – тине ул.
Әкиәттәрҙәге геройҙар Зилә Ситдиҡова, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Фирғәт Ғарипов тауыштары менән һөйләшә. Бөгөнгө көндә ижади төркөм тағы ла Р. Киплингтың “Маугли”һы өҫтөндә эшләй, был әкиәтте барыһына ла таныш Тыр-тыр ағай Фирҙәт Ғәлиев уҡый.
Милли китапхана бөгөндән алып кескәйҙәрҙе мауыҡтырғыс әкиәт донъяһына саҡыра – китапхана сайтында “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары”н һәм “Мең дә бер кис”те тыңларға мөмкин.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: