+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2021, 14:55

ҠӨРЬӘН ЯТЛА ЛА, СМАРТФОН АЛ!

Ҡөрьән ятла ла, смартфон ал! Хаҡлы ялдағы китапханасы Фәриҙә апай Айытбаеваның инициативаһы менән башланып китеп, 4 йыл - район үҙәк китапханаһында, аҙаҡ, район мөхтәсибәте күтәрмәләп алғас, ошоға тиклем Иҫке Собханғолдоң “ Әбделмән” мәсетендә үткәрелеп килгән балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау буйынса “Иман нуры” район конкурсы быйыл 10-сы тапҡыр үтте.Оҙаҡ йылдар районда хаҡ динебеҙ үҫешенә күп көс һалған Байназар ауылының имам-хатибы Ғизетдин Ғибәтулла улы Алтынбаевтың исемендәге премия булдырылып, юбилей конкурсы яңыраҡ баҡыйлыҡҡа күскән иң оло һәм хөрмәтле имамыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланды. “ Иман нуры” конкурсы – районыбыҙҙа тиҫтә йыл үткәрелеп килгән матур йола. Йылдың-йылы уның географияһы киңәйеп, ҡатнашыусылары һәм бәҫе арта. Был конкурстың тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур – балалар дини ҡиммәттәрҙе үҙләштерә, әҙәп-әхләҡкә өйрәнә. Ошо балаларға ҡарап беҙ милләтебеҙҙең киләсәге өмөтлө, тип әйтә алабыҙ”, -тине Хәсән хәҙрәт Зарипов. Балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау буйынса конкурс тәүҙәрәк ике йәш төркөмөндә үткәрелһә, быйыл, сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күплеге арҡаһында, ул өс йәш төркөмөндә үткәрелде.

3 йәштән 8 йәшкә тиклем Ҡөрьән ятлаусылар араһында 1-се урын – Әминә Исхаҡовала (5 йәш), 2-се урын – Раян Маликовта (6 йәш), 3-сө урын – Таңсулпан Маликовала (7 йәш).
Ғизетдин Алтынбаев исемендәге премияға Ғәлинур Баймырҙин (8 йәш) лайыҡ.

9 йәштән 11 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урын – Йәсмин Ғәҙелшинала (11 йәш), 2-се урын – Рамаҙан Маликовта (11 йәш), 3-сө урын – Азалия Күжәбаевала (9 йәш).
12 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар араһында еңеүселәр: 1-се урын – Вилена Хисаметдиновала (12 йәш), 2-се урын – Азалия Ишбаевала (12 йәш), 3-сө урын – Гәлсәр Татлыбаевала (12 йәш),Ғизетдин Алтынбаев исемендәге премия – Гөлшат Сәлиховала (12 йәш).
10-сы тапҡыр районыбыҙҙың хаҡ динебеҙгә, ике донъя өсөн хәйерле булған ғилемгә эйә булырға ынтылыусы балаларын йыйып алған “ Иман нуры- 2021” Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү конкурсы юғары кимәлдә үтте.
Район мөхтәсибәте, Байназар мәсете активистары, ауыл биләмәһе хакимиәте, Байназар ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре көсө менән үткәрелгән сара күңелдә ҙур өмөттәр уятты – Ҡөрьән уҡыған, ятлаған, уның хөкөмдәре буйынса йәшәргә ынтылған сәмле, рухлы, иманлы балаларыбыҙ бар һәм артыу өҫтөндә икән, тимәк, башҡорттоң киләсәге бар.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.
Читайте нас: