+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Февраль 2021, 00:45

ҠОТЛО БУЛҺЫН "АҪАБАЛАР РУХЫ"!

Бөгөн Зәки Вәлиди исҽмҽндәгҽ милли китапханала баш мөхәрриребеҙ Лариса Абдуллинаның "Аҫабалар рухы" китабының исҽм туйы үттҽ! Илем, ерем, телем, халҡым тип янған Лариса Хашим ҡыҙының милли рух менән һуғарылған шиғырҙары һәр кемдең күңел ҡылын сиртер, уйланырға, фекерҙәрен төйнәргә бер этәргес бирер, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Әҙибәнең ҡыуанысын дуҫтары, ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре уртаҡлашырға йыйылды. Шулай уҡ райондаштары - дәүләкәндәр ҙә алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп етте. Кисә барышында шиғырҙар уҡылды, матур, йылы теләктәр теләнде. "Аҫабалар рухы" ҡотло булһын, Лариса Хашим ҡыҙы! Һеҙгә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Барлыҡ идеяларығыҙ, маҡсаттарығыҙ, күңелегеҙҙә йөрөткән уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Читайте нас: