+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль 2021, 23:20

ҠОТЛО БУЛҺЫН ТЫУҒАН КӨНӨГӨҘ!

Ошо көндәрҙә "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире, балалар яҙыусыһы Зөбәйҙә Миңнулла ҡыҙы ИСЛАМОВАның тыуған көнө. Ул балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә матур-матур шиғырҙар, ҡыҙыҡлы әкиәттәр, фәһемле хикәйәләр яҙа. Күркәм байрамы уңайынан хөрмәтле хеҙмәткәребеҙҙе ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле тормош, ҡыуаныслы ғүмер йылдары теләйбеҙ!Уҡыусыларығыҙҙы яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙ менән шатландырып тороғоҙ! Ижади уңыштар, әсәлек бәхете насип булһын! КҮНӘКЛЕ БОЛОТКилгән болот күнәк тотоп,Һыуҙары тулып аға.Тамсылары, тып-тып килеп,Ерҙең саңдарын ҡаға.Йылы тамсыға шатланып,Умырзаялар ҡалҡа.Бөрөләнә тал-сыбыҡтар,Ҡайындар таға алҡа.Таҙарына бар тирә-яҡ,Күҙәтә болот күктән,Күләүектә күгәрсендәр"Ситек" йыуалар күптән.Һыуы бөткәс, уңған болотӘллә ҡайҙа юғалды.Ҡояш нурында сағылыпЙәйғор-көйәнтә ҡалды.ҠЫШТәҙрәләргә семәр биҙәк һалғанҺауаларҙа һалҡын тын тора.Ваҡыт-ваҡыт әсе елдәр сығыпЫжғыр бурандары ҡотора. Ағастарҙы аҡ ҡорғанға төргәнБиҙәре лә нағыш селтәрле.Нисек кенә ҡарап һоҡланмайһың?Һалҡын ҡыш бит, үҙе сер мәле!

Читайте нас: