Бөгөнгө көндә Өфө районы Шамонин ауылы республикала билдәле ауылдарҙың береһе һанала. Яҡшы йыһазландырылған өс ҡатлы ҙур һәм яҡты мәктәп, ике балалар баҡсаһы, поликлиника, янғын һүндереү пункты, магазиндар... Рәхәтләнеп йәшәргә, тырышып эшләргә бөтә шарттар ҙа булдырылған, шөкөр.
Ял көндәрендә "Айыҡ ауыл" республика конкурсының финал байрам сараһы үтте. Ошо сарала ауыл халҡы дәррәү ҡатнашып, конкурстың абруйлы жюри ағзаларына Шамонинда йәшәүселәрҙең тырыш, берҙәм, егәрле булыуын һәм сәләмәт тормош алып барыуҙарын иҫбатланы.
Шамонин урта мәктәбе, Шамонинда йәшәүсе әртистәр һәм Өфө районы мәҙәниәт бүлеге таланттары тарафынан ойошторолған ҙур концерт барыһына ла бик оҡшаны.
"Аҡбуҙат" һәм "Ысыҡҡай" балалар баҡсалары тәрбиәселәре ойошторған күңелле спорт ярыштарында балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә ихлас ҡатнашты. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.
Урамда ҡышҡы йәрминкә гөрләп уҙҙы. Төрлө тәмлекәстәр, хужалыҡ тауарҙары һатыуға сығарылды. Саңғыла уҙышыу, атта йөрөү, уҡ атышыу ҙа һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Сәй эсеп, бутҡа ашап та алдылар байрамда!
Мәктәп эсендә төрлө күргәҙмәләр эшләне.
Ҡыҫҡаһы, сәләмәтлек һәм татыулыҡты билдәләгән байрам сараһы юғары кимәлдә үтте.
Конкурстың финалында Шамонин ауылы еңеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ!