+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Февраль 2021, 17:14

БЕР ФОТО ТАРИХЫ

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА:Ошо фотоны ифрат яратам мин.Ынтылып ҡына бәләкәсен күтәреп, иламһырап ултырғанын йыуатҡым килеп китә...

"Хәҙер ҡалаға ҡайтабыҙ, ҡаналэ бәпәйҙәрҙе фотоға төшөрөп алайыҡ. Кейендер ҙә тиҙ генә, беҙ ҡабаланабыҙ " - тип килеп инде Наил ҡайнағам менән Рәмилә еңгәм.
Бәләкәсем йоҡлай ине. Уныһын тырнап торғоҙоп, ойпалап кейендереү бер ни булманы, бына өлкән улым (2 йәш тулып килгән мәле) кейенмәйем тип ҡасып тик йөрөй. Үҙе урыҫса һөйләшкән еңгәйгә ҡарай ҙа илай, етмәһә ))))
Яғаһына арыуыҡ бутҡа һылаған өлкән улыма алты айлыҡ бәләкәсте терәтеп ултыртып фотоға төшөрҙөк шулай.
Бәпәй һандыҡ өҫтөнән түңкәрелеп төшөп ҡуймаһын, тип мин торам бер яҡтан, икенсе яҡтан атаһы ишек төбөндәге еңгәйҙе ҡаплаған???? (былар күренмәй фотола, хәтерҙә ята нисек икәне)

* * *
Фото шауҡымында бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө.

Иптәшем мыйыҡ йөрөттө-йөрөттө лә, бер мунсала ап-аҡ итеп ҡырып сыҡты.
Өлкән улымдың ошо фотолағы кеүек сағы.
Сәй эсергә ултырғайныҡ, эй тексәйә балам атаһына.
- Ништәй? Атаң өйҙәме? - тине лә ҡуйҙы ул да сәйерһенеп ҡарап ултырған балаға.
- Атай мунсала, - тигән булды яуапҡа ҡоро ғына)))
Баҡтиһәң, балам атаһын мыйыҡһыҙ танымай ултырған икән????
Читайте нас: