+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль 2021, 11:59

Ғәйеп һиндә, тип әйтергә йөрәгем етмәй...

Ҡыҙым менән баҡсала булышабыҙ. Ул нигеҙ ағарта, мин шунда ерҙә соҡонған булам. “Алма ағасының олонон да ағартып ебәрерһең әле” – тип эш өҫтәп торам. Йә Аллам! Ҡыҙым: “Олон нимә була ул?” – тип һорамаһынмы!

Тамсы русса һөйләшмәгән мөхиттә үҫкән саф башҡорт балаһы. Йөрәгем ҡыҫып алды. Бынан алдараҡ , машинала башҡорт йырын тыңлағанда, “ғашиҡ” һүҙен аңлатырға тура килгән ине. Дөйөм белемде ҡыҫҡартылып, тунап бөтөлгән туған телле мәктәптә алыуҙың касафатымы? Көслө мәктәптә төплө белем алып сыҡҡан балам, ғәзиз туған телгенәһенең көнкүреш һүҙҙәрен генә ҡулланып йәшәр микән? Оялтҡан булам. Ояла белә. Уңайһыҙлана. Ғәйеп һиндә тип әйтергә йөрәгем етмәй.
Наилә ХАМБАЛЕЕВА.
Читайте нас: