Кескәй дуҫтарға бигерәк тә ай һайын сығып килгән “Урман гәзите” – “Яңы Робинзон” исемле йыйынтыҡ үҙенең фенологический (үҫентеләрҙең миҙгелгә ҡарап үҙгәреше) календары менән оҡшаны. Әҙиптең хикәйәләре тәбиғәт матурлығын аса, уның серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Еңел генә итеп яҙылған, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән әҫәрҙәр балалар күңелен бик тиҙ яуланы.