+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2021, 00:01

БАЛАСАҠ ХӘТИРӘЛӘРЕ..

Бөгөн календарҙа — Балаларға төнгөлөккә әкиәт һөйләү көнө икән. Ошо уңайҙан үҙебеҙҙең баласаҡ хәтирәләренә бирелеп алайым әле.


Беҙ бала саҡта кискеһен әкиәт һөйләтергә олораҡ инәйҙәргә йөрөй торғайныҡ. Башҡорт халыҡ әкиәттәре ҡурҡынысыраҡ бит инде. Шунан үҙебеҙ ҡараңғыла ҡайтырға шөрләйбеҙ, илашабыҙ, унан өйҙә бер килке йоҡлап китә алмай, күҙ асырға ла ҡурҡып ятабыҙ. Әсәйҙәр көйә: ҡурыҡҡас, нимә ҡарап йөрөйөгөҙ һуң тип.

Ҡыҙыҡ булғандыр инде... Телевизор юҡ, телефон юҡ, уйынсыҡтар ҙа әллә ней юҡ... Беҙҙең заманда баланың бар шатлығы: уйын да әкиәт! Әсәйем үҙенең атаһы сығарған әкиәттәрҙе һөйләй торғайны (аҙаҡ уларҙы минән яҙҙырып, китап итеп эшләтеп ҡалдырҙы ул). Шулай уҡ күрше Ҡобора инәй күп әкиәт белә ине. Ҡаҙ көткәндә йөн иләп ултыра, беҙгә әкиәт һөйләй. Шулай әүрәп ултырып бер ваҡыт ҡарғалар себеште эләктереп ҡасҡанын һиҙмәй ҡалдыҡ.

Ҡышҡыһын да “Әйҙә, Ҡобора инәйгә әкиәт һөйләтергә барайыҡ”, - тип, күмәкләп бер нисә өйҙән балалар йыйыла торғайныҡ. "Аҙағын иртәгә һөйләрмен", — тип ҡайтарып ебәрә әле ул. Шулай үҙенсә, кино кеүек, сериялап-сериялап һөйләй белгән әле ул. Хәҙер, уйлап ҡараһаң, әкиәт һөйләүсебеҙ ул ваҡытта минең йәштәрҙә булған. Донъя, мал көткән, ирен, уландарын ҡараған һәм күрше-тирә бала-сағаның күңелен күрергә лә ваҡыт тапҡан. Бер тапҡыр ҡараңғы сырай күрһәтмәне беҙгә ул — бала сағыбыҙҙың изге күңелле инәйе! Урыны ожмахта булһын инде. Ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым уға бала сағыбыҙҙы әкиәттәре менән йәмләгән өсөн. Элекке кешеләр шулай кешелекле, сабый йәнле булды. Бына ҡайҙа ул халыҡ педагогикаһы, бына ҡайҙа ул тормош һабаҡтары!

Ә һеҙгә баласаҡта кем әкиәттәр һөйләне?
Рәхимә МУСИНА.
Читайте нас: