“Һәр башҡорт үҙенең Шәжәрәһен ете быуынға саҡлы белергә тейеш. Үҙенең ниндәй ырыу, ата-бабаларының исем-шәрифтәре ҡайҙан башланып нигеҙ алған, ниндәй шөғөл эйәләре булған һәм башҡа мәғлүмәт бирҙе Ханты Манси автономиялы Округы - Югра Башҡорт тарихы-мәҙәни үҙәгендәге Йәкшәмбе мәктәбендә белем биреүсе Гөлсирә Әбдрәшитова. Балалар ихлас ҡатнашып ҡуйылған һорауҙарға яуап биреп бик әүҙем ҡатнашытылар.
Уҡыусыларға “Беҙҙең менән бер ваҡытта йәшәгән Салауат Юлаев вариҫтары” тип аталған аңлатмалы күргәҙмә бигерәк тә ҡыҙыҡһыныу уятты һәм иғтибарын йәлеп итте. Уның тураһындағы мәғлүмәт менән Сорғот районы Аҡъяр ҡасабаһында йәшәгән Нәғимуллиндар ғаиләһе бүлеште. Ул үҙене милли батырҙың 9 -сы быуындағы нәҫеле икәнен һөйләне.
Был проект Башҡортостанда иғлан ителгән “Башҡорт теле йылы”на арналған Бөтә Рәсәй конференцияһында 2-се урынды яулаған.
Сара һуңында балаларға бүләк итеп “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, Башҡорт халыҡ әкиәттәре китаптары тапшырылды.