+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2021, 19:25

БАЛАСАҠ ИЛЕ

Баласаҡ илендә аҡ һәм ҡара - аҡ һәм ҡара ғына булып ҡабул ителә. Аҡтың эргәһенә барһаң, күләгә аҫтында ҡалыуын, ҡараны аҡлап та була икәнлеген бала күңеле ҡабул итмәй. Был донъяға әҙәм балаһы эскерһеҙ, гонаһһыҙ булып тыуа.

Шул баласаҡтан ике ваҡиға хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Бар кисерештәре менән. Һығылмалылыҡ тигән нәмә миндә бөгөн дә әллә ни үҫешмәгән ул. Тура әйтеп аралашыуҙы өҫтөн күрәм. Шулай ҙа, донъя өйрәтә тигән һымаҡ, өндәшмәй ҡалған осраҡтар күп. Башҡаның күңелен уйлап та, үҙ яғыңды ҡайырып та.
Ә баласаҡта саҡ ҡына дөрөҫһөҙлөк (ялған тип әйтә алмайым) күрһәм, күңелем болара ла китә ине.
Нисәнсе синыф икәнен әйтә алмаҫмын, шул бәләкәй саҡ инде, класташ ҡыҙҙың (миңә бер нисә айлыҡ апай ҙа була) атаһы йәшләй генә үлеп ҡалды. Бер нисә ай үткәндер, күмәк ҡыҙҙар мәктәптән ҡайтып барабыҙ. Мәктәп арыу ғына алыҫлыҡта. Күмәкләп, шаулашып, көлөшөп ҡайта инек. Шул ҡыҙ юл буйына атаһы хаҡында һөйләп килде. Атайым бына ошоно эшләне, шулай тип әйтте кисә, тип. Атаһын һаман тере килеш күҙ алдына килтерә ине. Киткәнен күңеле ҡабул итмәгәндер ахыры . Хәҙерге аҡылым менән аңлайым да бит... Шым ғына тыңлайбыҙ, баштарыбыҙ түбән эйелгән. Миндә бер генә уй: “Дөрөҫ түгел бит. Нисек улай булыуы мөмкин?” Башҡалар шулай уйлап ҡына ҡалыуҙы хуп күргәндер, мин йөҙөнә ҡарап: “Һинең атайың үлде бит” тинем...
Ҡыҙҙарҙың барыһы ла мине ҡалдырып шәпләп алға атланылар. Үҙемдең дөрөҫлөгөм менән мин берүҙем ҡалдым.
Икенсе осраҡ былай булды. Магазин эргәһендә ҡағыҙ аҡса табып алдым. Нисә һумлыҡ икәнен иҫләмәйем инде. Ҡағыҙ булғас, ярайһы булғандыр ул заманда. Кемдер төшөрөп ҡалдырған тип, һатыусыға керетеп бирҙем. Һатыусы апай мине маҡтап-ҡуптап алып ҡалды, эҙләп килерҙәр ул, бирермен тип . Мәктәп менән өй араһы мотлаҡ магазин аша үтер ине беҙгә, балаларға. Көн һайын инеп һорар булып киттем. Хужаһы табылдымы, юҡмы, бала кешегә ҡыҙыҡ булғандыр инде. Тәү көндәрҙә тыныс ҡына яуап биргән һатыусы апай, өсөнсөмө көнөнә мине әрләп сығарҙы. Шулай бына...
Наилә ХАМБАЛЕЕВА.
Читайте нас: