Регина Нурмөхәмәтова Рәсәй кимәлендә үткән бокс ярыштарында бер нисә тапҡыр еңеү яулаған, ә Марсель Юлдашев самбо буйынса донъя чемпионатында икенсе урын алған.
Йәш спортсылары менән уларҙың тренеры Алексей Евстигнеев үтә лә ғорур.
“Бөтә балалар ҙа һәләтле, улар менән шөғөлләнергә генә кәрәк, - ти ул, - иң мөһиме, теләктәре булһын. Улар өсөн шарттар ҙа булдыу мөһим. Спортҡа ҙур иғтибар бүлеп, ярҙам ҡулы һуҙғандарына ҙур рәхмәтлебеҙ”.
Яңы спорт ҡорамалдарын тантаналы рәүештә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тапшырҙы.
Улар Баймаҡтағы һәм Урғаҙа ауылындағы физкультура-сәләмәтләндереү үҙәгендә, Иҫке Сибай, Әхмәр ауылдарының мәктәптәрендә лә булды.