+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраль 2021, 15:35

ЙОМАҠТАР

ҠОШТАР ДОНЪЯҺЫ.Ҡулы юҡ, балсыҡ ташый,Балтаһы юҡ, өй яһай. Тау-ҡаяны төйәк итә,Бер ниҙән тормай өркөп.Кемдең уны күргәне бар?Ҡош батшаһы ул ...

... /ҡарлуғас/, /төйлөгән/...
Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип
Шыҡырланы ... . /һайыҫҡан/

Ҡыҙыл ситектәрен кейгән
Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.
Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле
Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/

Көндөҙ ул насар күрә.
Тап бына шуға күрә,
Үҙ ҡорбанын һағалап,
Төндә тора самалап. /ябалаҡ/

Айырып булмай был ҡоштоң
Исемен есеменән.
Һоҡландыра бөтәһен дә
Аҡтан-аҡ төҫө менән. /аҡҡош/

Осоп киләм, осоп киләм,
Күҙгә эләккәнде тибеп киләм. /бөркөт/

Ағас башында бер Ҡолой,
Көндөҙ йоҡлай, кис олой. /өкө/

Торған булһалар ҙа ҡысҡыралар
Торайыҡ та торайыҡ. /торна/

Баҫтырығы оҙон, көлтәһе ҡыҫҡа. /һайыҫҡан/

Көндөҙ йоҡлай, төнөн илай. /өкө/
Читайте нас: