-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраль 2021, 01:31

ИҢ ОҪТА ҺҮРӘТ ТӨШӨРӨҮСЕГӘ - ПЛАНШЕТ!

ИЛҺӨЙӘР МАХАТОВА:Асҡын 1-се урта мәктәбендә «Аҡбуҙат» балалар журналы рәссамы Артур Вәсилов үткәргән оҫталыҡ дәресендә осрашыуға килгән балалар араһында иң оҫта һүрәт төшөрөүселәр асыҡланды. Баҫманың иң ҙур бүләге — башҡорт шрифтлы планшетҡа Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Динә Сафина лайыҡ булды.

Райондың төрлө мәктәптәренән, балалар баҡсаларынан осрашыуға килгән балалар баҫманың рәссамы Артур Вәсилов үткәргән оҫталыҡ дәресендә Балыҡсы ырыуы ҡошо ҡарағошто төшөрҙө. Аҙаҡ һүрәттәрҙе йыйып алып, иң матурҙарын билдәләнеләр. “Аҡбуҙат”тың иң ҙур бүләге — башҡорт шрифтлы планшетҡа Асҡын 2-се урта мәктәбенең 4Б класы уҡыусыһы Динә Сафина лайыҡ булды. Шулай уҡ ошо мәктәптән 4-се класс уҡыусылары Рәсим Вәлиәхмәтов һәм Гүзәл Махатова, Асҡын 1-се мәктәбенән 2-се класс уҡыусыһы Рәдим Хажимәрҙәнов лауреат булараҡ бүләкләнде. Лариса Хашим ҡыҙы иң бәләкәстәргә — Асҡын 2-се һәм “Күк сәскә” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә лә рәхмәт әйтеп, матур бүләктәр тапшырҙы.
Осрашыуҙан бер бала ла бүләкһеҙ ҡайтманы. Һәр береһенә “Аҡбуҙат” журналының “Урал батыр” исемле комикстар йыйынтығы һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында кисә генә Асҡын уҡыусылары өсөн махсус нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналы тапшырылды.
Балалар оҫталыҡ дәресенән һуң төньяҡ-көнбайыш диалектына тәржемә ителгән “Шумер” йәнһүрәтен дә ҡараны. Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Лотфуллина Лариса Абдуллинаға һәм Артур Вәсиловҡа фәһемле, йәнле осрашыу өсөн район хакимиәте, мәктәп етәкселеге исеменән рәхмәт әйтте.
  • Бөгөнгө осрашыу беҙгә бик оҡшаны. Бик әүҙемһегеҙ, оҫтаһығыҙ. Туған телегеҙҙе бәләкәйҙән өйрәнегеҙ, башҡорт телендә нәшер ителгән журналдарҙы яҙҙырып уҡығыҙ. Мин һеҙҙән шиғырҙар, һүрәттәр, хаттар көтәм, — тине Лариса Хашим ҡыҙы уҡыусыларға.
  • Читайте нас: