-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2021, 18:22

ТӘРБИӘ ЭШЕНДӘ ТЕАТРҘЫҢ РОЛЕ ҘУР

"Тәрбиә эшендә театрҙың роле ҙур, ул гүзәллекте аңлай һәм уға һоҡлана белеү тойғоһо, телмәр матурлығы тәрбиәләй", - ти Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы музыка етәксеһе Рәзилә Мәүлитова. Был баҡсала балаларҙы театр аша нисек тәрбиәләйҙәр икән?

Театр - ул иҫ киткес гүзәл, тылсымлы, хикмәтле, ғәжәйеп серле бер донъя. Тәрбиә эшендә театрҙың роле бик ҙур. Ул кешелектең мәңгелек рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәре хаҡында һөйләй, гүзәллекте аңлай һәм уға һоҡлана белеү тойғоһо, телмәр матурлығы тәрбиәләй. Бындай тәрбиәгә нигеҙ балалар баҡсаһында уҡ һалына башлай. Тимәк, театр сәнғәтенә һөйөү ҙә кескәй йәштән тәрбиәләнә.

Ошо маҡсатҡа ярашлы, Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһында театр аҙналығы булып үтте. Театр тураһындағы дөйөм күҙаллауҙарҙы үҫтереү, уға эмоциональ-ыңғай ҡараш тыуҙырыу, балаларҙа башҡарыу оҫталығы күнекмәләрен камиллаштырыу һәм телмәр, интонация өҫтөндә эшләү, балала үҙ-үҙен тәбиғи һәм иркен тотоу һәләтлеген үҫтереү, тормошҡа эстетик ҡараш булдырыу был аҙналыҡтың төп бурыстары ине. Һәр төркөмдөң театр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙ эсенә алған аҙналыҡ эш планына ярашлы эшләүе был бурыстарға теүәл ирешеүгә булышлыҡ итте.

Был эштә ата-әсәләр ҙә ситтә ятып ҡалманы, төрлө театр төрҙәренә ярашлы атрибуттар (битлектәр, театр костюмдары һ.б.) әҙерләүҙә үҙ көстәрен индерҙе. Ә эш барышын интернет селтәрендәге балалар баҡсаһы төркөмөнән күҙәтеп барып, йылы һүҙҙәре, матур теләктәре менән балаларҙың да, тәрбиәселәрҙең дә күңелен тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Баймаҡ ҡалаһы,

"Йондоҙло" балалар баҡсаһы музыка етәксеһе Рәзилә Мәүлитова.
Читайте нас: