Бөгөн иҫемә төшкән ваҡиғаларға ярты быуаттан да күберәк ваҡыт үтеп тә киткән икән. Ул хәлдәр булып үткән дә, шул ерҙә үк онотолған да ине. Был минең ҡартәсәйем мәрхүмәнең әмере: "Ошонда күргәнһең, ошонда онот!" - тигәйне ул миңә. Һәм бына 52 йыл инде мейемдең ҡайһылыр мөйөшөндә һаҡланып ятҡан ул хәлдәр ҡапыл иҫемә килеп төштө. Мөғжизәле лә, серле лә, шул уҡ ваҡытта нимәһе менәндер ҡурҡытырлыҡ та ул ваҡиғаларҙы уйымдан ғына барлап сыҡтым да яҙып ҡуйырға булдым. Тағы ниндәй серҙәр һаҡлай икән минең аңым? Ҡыҙыҡ!...
Миңә 5-6 йәштәр тирәһе... Бер туҡтауһыҙ йыбырлап, гел генә хәрәкәттә булған, бер минут та ултырып сыҙамаған, орсоҡ шикелле зыр кругом әйләнеп торған, ныҡ иркә, көләкәс, ҡараҡай ғына, өлтөкәй генә ҡыҙыҡаймын. Яратҡан ҡартәсәйемдән бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйөм. Ул миңә әбей булып күренһә лә, әле йәш булғандыр инде, сөнки Йылайыр районы “Башҡорт” совхозында ҡарауылсы булып эшләй ине. “Быҙаулыҡ” йылғаһының аръяғында, тау битләүендә урынлашҡан ат һарайында бик күп аттар ҡарауыллай. Мин ҡартәсәйем менән шул аттар янына барырға ярата торғайным. Йылҡылдап торған, көр, бағыулы аттар үҙҙәренә саҡырып торған кеүек тойола торғайны миңә. Миллионер совхоздың ниндәй генә аттары юҡ ине. Совхоз фермаларында көндәлек эш башҡарған йөк аттары, төрлө выставкаларҙа ҡатнашҡан конкурс аттары, һабантуйҙарҙа, ат сабыштарында еңеүсе ярыш аттары, тәмле ҡымыҙ биреүсе һауын бейәләре, ажғырып торған, аҫау өйөр айғырҙары, сабып, уйнап туя алмаған ҡолонсаҡтар, яңы өйрәтелә башлаған таектар, тағы әллә ниндәй төрҙәре, төҫтәре бар ине уларҙың.
Бәләкәй генә саҡтан һыбай йөрөү, ҙурайыңҡырағас хатта өйрәтелмәгән тайҙарҙы ауыҙлыҡлап, менеп йөрөп ҡарау, атай менән һыбай ауыл көтөүен көтөү, йәнгә тейгән малайҙарҙы һыбай баҫтырып, сыбыртҡы менән янап ҡоттарын алыу, йәнең теләгән иң шәп аттарҙа сабып ярышыу, йәйгеһен арба, ҡышҡыһын сана тағып, ат егеп алып, йомошоңдо йомошлау. Былар бөтәһе лә минең өсөн бер ни ҙә тормай ине. Йәшлегемдә ат һәм Зилдә бер йән, бер ынтылыш, бер осош ине!.. Былар бөтәһе лә алыҫ йәшлектә буласаҡ хәлдәр... Ә хәҙергә миңә 5 йәш һәм мин ҡәртәсәйемдән ҡалмай эшкә эйәреп барарырға тырышып ятҡан көнөм. Ә ул нисек булһа ла мине алып бармаҫҡа ниәтләп, йә бер йомош, йә икенсе йомош ҡушып алдаштырып ҡалдырмаҡ. Үтә салт, егәрле кешегә минең атлауым менән эшкә барыуы анһат булмағандыр. Бәлки ныҡ алыҫ урынлашҡан ат һарайына барып кире ҡайтҡансы арыр, йонсор тип алып барғыһы килмәгәндер инде ҡартәсәйемдең. Бөгөн дә ул яйын тапты: ”Атаңнарҙың тупһаһында эшкә кейә торған костюмым сөйҙә элеүле тороп ҡалған, шуны барып алып кил инде, ҡыҙым”,- тине миңә ҡартәсәйем. Атайымдар бер өй аша тора, унда барып килеү минең өсөн бер ни ҙә түгел, уйын урынына! Елдерҙем, остом ғына ...
Атайымдар тупһаһында костюм булмай сыҡты, әсәйем дә, башҡа берәү ҙә күрмәгән. Йүгереп кире ҡайтып инәм: “Ҡартәсәй, костюмың унда
юҡ, тапманым...”- тип һөйләй башлайым да, шып туҡтайым. Мин костюм эҙләп йөрөгәнсе, ҡартәсәйҙән дә елдәр иҫкән... Илай-һыҡтай уның артынан төшәм, йәнтәслимгә йүгерәм, нисек булһа ла ҡыуып етмәксемен.
Әммә был мөмкин түгел, ул инде әллә ҡайҙа алыҫ киткән. Мин үпкәләй-үпкәләй яр буйында, йылғаны аша сыға алмай, ул яҡҡа, был яҡҡа сабып йөрөйөм. Һыуҙы аша сыҡһам, ҡартәсәйемде табам инде ул, ләкин һыу кисергә минең ҡыйыулығым етмәй. Иң ахыры хәлдән тайып арыуым еңә мине. Битемде ике ҡулым менән ҡаплап тубыҡланып ултырам да, йомарланып, йоҡлап ҡалам. Уяу саҡтағы орсоҡлоғом миңә йоҡлағанда ла тынғы бирмәй. 5 минуттан мин инде, яуҙа еңеп ҡайтҡан батыр кеүек, ҡолас ташлап йоҡлай инем. Эй үтә ғәмһеҙ, ныҡ бәхетле бала сағым!..
Күпме йоҡлағанмындыр, белмәйем, ниндәйҙер геүләүме, ер тетрәүме, күк күкрәүме мине уята. Тертләп күҙҙәремде асам да, ятҡан еремдә ҡатып ҡалам. Минән алыҫ түгел ҡолаҡтары тырпайып, тештәре ыржайып торған йөнтәҫ йәнлек текләп тора. Уның күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл, был зәһәр уҫал күҙҙәр яуызлыҡ сәсә. Мин бәләкәй генә йөрәгем менән был яуызлыҡты тулыһынса тойҙом һәм уға текләгән көйө, ҡарашымды күсермәҫкә тырыштым.
Ғүмеренә һәләкәт янағанын һәм тик күҙ ҡараштары ғына ҡотҡарырын ҡайҙан белде икән ул 5 йәшлек ҡыҙыҡай? Теге мине уятҡан тауыш тағы ла көсәйеберәк ишетелә башланы. Шул минутта йәнлек, бөтә тәне менән ҡалтырап, артына әйләнеп ҡараны, ә мин ҡырағай йылғырлыҡ менән ситкә ырғыным һәм нишләптер шул тауышты ҡабатлап үкерә, аҡыра башланым. Теге яҡ ярҙа ниндәйҙер оҙон буйлы әбей бар көсөнә: ”Бәддоға һиңә, бәддоға! Теймә балама! Торған ереңдә ҡат!”- тип ҡысҡыра, әбейҙең тауышы ҡурҡыныс, ә күҙҙәренән уттар сәсрәп тора ине. Әллә байып барған ҡояштың нурҙары сағыла инеме икән ул күҙҙәрҙә? Бына әбей ҡулындағы әйберҙе болғап-болғап һыу аша елләне, ул таяҡ йәнлек менән минең арама килеп ҡаҙалды. Йәнлек ҡаҡ салҡанан тәкмәсләп китте лә, эт һымаҡ сыйылдап, шыңшып ята башланы. Ә әбей теге ярҙан был яҡҡа осоп тигәндәй сығып килә ине.
Мин, тағы ла нығыраҡ ҡурҡып, инде туҡтауһыҙ илайым, күҙҙәрҙе асыу юҡ. Бына теге әбей мине күтәреп ала ла, артына әйләнеп тә ҡарамай, ауылға табан атлай башлай. Был минең ҡартәсәйем булып сыҡты: ”Илама, балам, илама! АЛЛАға шөкөр, өлгөрҙөм бит, һин именһең! Ошо минең эшемә барам тиһең дә тораһың, ана бит бәләгә тарый яҙҙың. Инде мин һине яңғыҙ ҡалдырып йөрөмәйем. Йә-йә, тыныслан, и-и-и бәпкәм!” Ҡартәсәйемдең көслө, ышаныслы ҡулдарында мин тыныслана төшәм, әммә һорау биреү пристубы башлана. Бер-бер артлы борсаҡ шикелле һибеп ташлайым ҡартәсәйемде һорауҙар менән: “Ҡартәсәй, ул бапаҡ ҡайҙан килгән? Нишләп һинән ҡурҡа ул? Һинең уға көсөң етәме? Ул башҡа мине ҡурҡытмаймы? Һин ҡайҙан белдең мин ҡурҡҡанды, илағанды? Эшкә барманыңмы? Бәддоға нимә була ул?...”
“Йә-йә, һорауҙарың бигерәк күп, балам! Мин бит әсә, шуға күрә бөтәһен дә беләм. Белергә тейешмен!” “ Һин миңә әсәй түгел дә, ҡартәсәй ҙә! ”
“Һиңә ҡартәсәй, атайыңа әсәй, тоҡомома, ырыуыма әсәй! Минең күҙем тере саҡта берегеҙгә лә бер нимә лә булмаҫ, АЛЛА бирһә! Йә ярай, булды, онот. Ошо ерҙә күргәнһең, ошо ерҙә онот!” Һәм мин оноттом!..
Бөгөнгө йәшем тупһаһынан, йәшәлгән ғүмерем, үткәндәрем, кисергәндәрем күҙлегенән мин ҡартәсәйемдең уникаль көскә эйә кеше булғанын бик яҡшы аңлайым. Ул көсөн бик ныҡ кәрәк саҡта, тик изгелеккә, тик яҡшылыҡҡа ғына ҡулланған. Уның ниндәй кимәлдә көслө булыуын ысын мәғәнәһендә мин хәҙер генә аңлайым. Телевизор экранында ағылған һымаҡ, ваҡиғалар теҙмәһе күҙ алдымдан үтә лә үтә. Мин хәтирәләргә бирелеп китеп бөтәһен дә иҫемә төшөрәм:
Шул уҡ йылды беҙ ҡартәсәйем менән Сибай ҡалаһына олатайымдарға ҡунаҡҡа килдек. Иртәгәһенә ҡартәсәйемде ҡайҙалыр аят уҡырға саҡырып алып киттеләр. Олатай эшкә киткән, беҙ өйҙә инәй менән икәүебеҙ генә, күрәһең, уның бөгөн ял көнө. Бына инәй өй эштәрен тамамланы шикелле, миңә тик кенә ултырырға ҡушып, тиҙ генә магазинға сығып килергә булды. “Балконға сыҡма, бишенсе ҡаттан осоп төшөрһөң. Ишеген бикләп китәйем, ышаныслыраҡ булыр. Тәҙрәгә лә менмә, быялаһы ярылып китер, уйынсыҡтар менән уйна,” - тип инәй сығып та китте. Мин 3 бүлмәле фатирҙа бүлмәнән бүлмәгә йүгереп, уйынсыҡтар менән уйнап, апайымдың пианиноһын аҡыртып туйғас, залдағы ҙур тәҙрәнең форточкаһынан ярты кәүҙәмде сығарып аҫылынып ҡаланы күҙәтәм. Ярты кәүҙәм тышта, яртыһы бүлмәнең эсендә көйө мин башымды борғолап, ҡулдарымды болғап тәҙрәгә һуҡҡылап, эс яҡтан аяҡтарым менән шул уҡ тәҙрәне типкеләп кинәнеп уйнап аҫылынып торам. Бына ҡапыл быяла ярылып киттеме, әллә инде форточканың рамы һындымы, мин шатыр-шотор аҫҡа остом. Бар көсөмә аҡырып, аяҡ ҡулдарым менән тарбаң-торбаң килеп, осоп төшөп килгән мине аҫта ҡартәсәйем тотоп алды. Уның ҡулдары нишләптер оҙон, ул мине һауала уҡ бармаҡтары менән генә күлдәгемдән тотоп алды ла, күтәрә биреп (ергә төкөмәһен өсөндөр инде), ипләп кенә аяҡтарыма баҫтырҙы. Шул уҡ минутта мине үкереп илай-илай инәйем ҡосаҡлап алды. ”Ай АЛЛАҡай ғынам! Тәҙрәгә менмә, тинем бит! Нишләп улай ҡулсырһың, бер минут та тик тора алмайһың? Алайҙа именһең! Атаңа, әсәңә нимә тип әйтер инем ә? Бейемгәсе, бейемгә ни тиер инем?
Ул минең үҙемде 5-се ҡаттан ырғытыр ине бит!”- тип түгелеп илаған инәйем, ҡапыл ток һуҡҡан кеше
һымаҡ, шып туҡтаны ла иҫе китеп миңә
текләне. “Һин 5-се ҡаттан осоп төштөң бит! Нисек ул һин аяҡтарыңа төштөң? Бесәй һымаҡ тәпейҙәрең бармы әллә? Ҡайһы ерең ауыртты? Ул нисек һин аяғыңа килеп төштөң?” Инәй,инәй тием мине ҡартәсәй тотоп алып аяғыма баҫтырҙы!” “Ә–ә-ә? Кит, төптө бушты һөйләйһең балам! Ҡартәсәйең ҡалала ла юҡ бит ул, Иҫке Сибай ауылында аятта, иртәгә генә ҡайта.” - тип аптырай инәй. Ә мин ныҡышып үҙемдекен һөйләп ҡырҡышам һәм ҡартәсәйемде эҙләйем, ул бер ерҙә лә юҡ. “Ҡуй, ҡуй балам тиктормаҫ, орсоҡ ҡына түгел, фантазер ҙа икәнһең! Ай-ай-ай!” - тип инәйем миңә ышанманы. Ә бит мине ысын ҡартәсәйем ҡотҡарҙы!..
Был булған хәлдәрҙең мин көнө, айы, йылын иҫләмәйем, әммә бөтәһелә бөгөнгөләй күҙ алдымда тора, аңыма уйылып ҡалған. Миңә 9 йәш тирәһе, бына беҙ күмәк бала-саға ҡартәсәйемдең ишек алдында уйнап йөрөйбөҙ. Өлкәндәр эштә, беҙҙең уйнағанды көлә-көлә ҡарап, ҡартәсәйем күләгәлә йөн иләп ултыра. Сыр-сыу килеп, тауыш алыштырмай уйнаған балаларҙың геүләүен, шағыр-шоғор ауған ҡапҡа тауышы баҫып китте. Был иҫке ҡапҡа йыуан 3 имән бағанаға шыплап ҡатылған таҡталарҙан һәм өс мөйөш ҡыйыҡтан тора ине. Ул иҫ киткес ҙур ауыр ҡапҡа, уның бер яғын ғына асыр өсөн дә ҙур көс кәрәк ине. Ошо ҡот осҡос мөһабәт ҡорама гөрҫ итеп ауып төштө һәм минең уртансы һеңлемде баҫты. Ялпылдап ҡартәсәйем килеп етте, ул ергә ятып ҡапҡа аҫтына ҡараны: ”И балаҡайым! Алайҙа ғына бағана аҫтына эләкмәгән, ике бағана араһында ята. Был яҡтан ынтылһам буйым етә,” - тип үҙ алдына һөйләнә, һөйләнә ҡартәсәйем һикереп тороп, ун ирҙең дә көсө еткеһеҙ ҡапҡаны, бер ҡулы менән күтәреп, икенсе ҡулы менән һеңлемдең иҫһеҙ кәүҙәһен һөйрәп сығарҙы. Ул ҡапҡаны шундай асыулы көс менән кире ергә ырғытты, уның хатта таҡталары шартлап һынып тирә яҡҡа сәсрәп китте. Һеңлемде үләнгә һуҙып һалып, беренсе ярҙам күрһәтергә тотондо ҡартәсәйем. Әллә күпме ваҡыт үтһәлә һеңлем иҫенә килмәне һаман. Ҡартәсәйем ҡулдарын һауаға күтәреп кемгәлер ялбарған, әллә ниндәй доғаларын уҡып һеңлемә йән өргән кеүек тойола ине. Күмәкләп ҡарап торған беҙгә балаларға, һеңлемде иҫенә килтерергә тырышҡан ҡартәсәйемдең, ни тиклем йәнтәслим өҙәләнгәнен һәм уға еңел түгел икәне бик яҡшы күренде. Ҡартәсәйемдең күҙҙәренән йылға булып йәш аға, ә ул үҙе өшөгән кеше һымаҡ дер ҡалтырай һәм торған ерендә әйләнеп, әйләнеп китә ине. Бына ниһәйәт һеңлем тәрән итеп тын ала, ыңғайына ҡысҡырып илай башланы. Ҡартәсәйем уны ҡосаҡлап, үбеп, һөйөп тынысландырырға тырыша, үҙе һаман туҡтауһыҙ өшкөрә. Бер аҙҙан ул: “Зилдәм, миңә үҙем иҫемә килгәнсе теймәгеҙ, эргәмдән китмә, берәүҙе лә яҡын ебәрмә!” - тип әйтеп өлгөрҙө лә, ап-аҡ булып иҫһеҙ йығылды. Мин тиҙ генә бергә уйнаған балаларҙы ишек алдынан ҡыуып сығарҙым, иҫһеҙ ҡартәсәйем һәм һаман илаған һеңлем генә ҡалды. Эргәһенә ултырып һеңлемде башынан һыйпап, ҡосаҡлап ҡартәсәй янында ҡалдыҡ. Ул бик оҙаҡ ҡуҙғалмай, иҫенә килмәй ятты. Инде һеңлем дә тороп йөрөй, уйнай башланы, ә ҡартәсәй бер көйө ҡалды. Тик эңер төшөүгә генә ул иҫенә килеп, бик ауырлыҡ менән өйгә инеп ята алды. Мин иһә һеңлемде әсәйемдәргә оҙатып алып барып, шунда тамаҡ туйҙырып ҡайттым. Ҡартәсәйем өс көндән һуң ғына элекке хәленә ҡайтып, һауығып йөрөй башланы. Хәҙер мин уйлайым, ҡапҡа баҫҡанда бәләкәй генә һеңлемдең йәне осоп сыҡҡан булғандыр, әммә был донъяла ғүмер юлы бөтмәгән, йәшәргә тейеш булған. Шуға күрә АЛЛАбыҙ ярҙамы менән, ҡартәсәйем уның йәнен кире ҡайтара алғандыр. Бының өсөн уның булған көсөн, йәнен, тәнен, рухын сарыф иткәнен мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
Был хәлдәрҙән һуң 2 йыл тирәһе үткәс, беҙгә бер малай йүгереп килеп, ҡартәсәйемә 5-6 иҫерек ирҙәр баҫыуҙа атайымды туҡмайҙар тип әйтеп китте. Беҙ йүгерешеп килгәндә ысынлап та атайымды уратып алған ирҙәр уны йәлләмәй типкеләйҙәр ине. Ҡартәсәйем килгән ҡыҙыулыҡ менән урталарына барып инде лә, әллә ниндәй аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән ике ҡулын һелтәне. Теге ирҙәр шып туҡтаны, ҡартәсәйем уларҙың һәр береһен бармаҡ менән төрткән ишара яһап йығып сыҡты. Атайым, АЛЛАға шөкөр, ныҡ имгәнеп өлгөрмәгән ине. Беҙ уны өйгә үҙ аяғында
алып ҡайта алдыҡ. Шулай ҙа ул ҡәҙимге генә ауырып алды, әммә ҡартәсәйемдең бағыуы, мейеһен ҡағыуы, көн һайын арҡаһын майлап, өшкөрөүе, шифалы үләндәре тиҙ үк уны аяҡҡа баҫтырҙы. Ә теге ирҙәр иртәгеһенә беҙгә килеп атайымдан, ҡартәсәйемдән ғафү үтенеп йөрөнөләр. Улар совхозға ашлыҡ ташышырға килгән шоферҙар булып сыҡты. Бер үк судҡа бирмәүҙәрен үтенеп ялбарҙылар.“Миңә суд кәрәкмәй, суд минең үҙ ҡулымда. Улыма бер-бер хәл булһа тоҡомоғоҙҙо ҡоротор инем. Күрәһегеҙме нисәмә балаһы бар, етем итмәк булдығыҙмы ә?” - тине ҡартәсәйем беҙгә күрһәтеп. Тегеләрҙең ҡото осто, ҡулдары, тауыштары ҡалтырап торғандан ҡартәсәйемдән ныҡ ҡурҡҡандары күренә ине. Инәй беҙҙе ҡарғама инде тип үтенә-үтенә сығып киттеләр. Ә шулайҙа ғәйептәрен йомшартыу әмәлен тапты улар. Көҙгөһөн, эштәре бөтөп ҡайтып китер алдынан, атайымдарға ла, ҡартәсәйемә лә ике ҡышҡа етерлек утын ташып биреп киттеләр.
Мин күргән, ҡартәсәйемдең аҙаҡҡы мөғжизәһе Орск ҡалаһында булды. Шул ҡалала уҡып, эшләп йөрөгәндә, ул минең яныма йыш ҡына килеп, беренсе көн эргәмдә булып, хәлемде белеп, икенсе көн магазиндарҙа йөрөп, кәрәк ярағын алып, өсөнсө көн ҡайтып та китә торғайны. Шулай һуңғы килгәнендә магазиндарға сыҡтыҡ, бер нәмәлә уйламай яйлап ҡына урам буйлап китеп барабыҙ. Ҡапыл, башмаҡ шикелле ҙур эт, ларҫылдап өрөп ҡартәсәйемдең яуырындарына алғы тәпейҙәрен һалды. Ул шул тиклем ҙур, ҡап ҡара йылҡылдап торған “Боксер” ине, бына-бына әбейемдең башын тешләп алыр һымаҡ тойолдо миңә. Мин нимәлер ҡылып өлгөргәнсе, ҡартәсәйем эткә “Һөф-ф-ф!” - тип өрөп кенә ҡуйҙы ла, уның тәпейҙәренән арынып, артҡа атланы. Эт ҡайһылай ынтылған, шулай урынында ҡатып ҡалды. Уның бер мускулы ла ҡуҙғалмай, ҙур асылған ауыҙынан һәлберәп торған теле буйлап аҡҡан шайығы ғына эттең тере икәнен белгертә ине. “Әйҙә балам!” - тип ҡартәсәйем юлын дауам итте. Бер нәмәлә аңлай алмай ҡалған эт хужаһы, этен исеме менән өндәшеп, саҡырып ҡараны. Яуап булмағас янына килеп, статуя һымаҡ ҡатып ҡалған этен, һыйпап, төшөрөргә маташып ҡараны ла, ҡартәсәйем артынан йүгерҙе. “Постой, постой, старуха! Что Ты сделала с моей собакой? Опусти его! - тип еккеренә башланы. Һәр ваҡыт бойороҡ формаһында ғына һөйләшкән һәм ҡаршы һөйләгәнде, бигерәк тә еккеренгәнде яратмаған ҡартәсәйем, был иргә үлтергес ҡараш ташлап: “Ты разговаривать не умеешь со старшими, моя тебя не слышит и не будет слышать,” - тине. Ажарланып килгән ирҙең кикереге төштө, ул инде ипле генә: ”Простите, пожалуйста, бабушка! Опустите мою собаку, прошу вас,” - тине. “Нет! Почему морду собаки не закрываешь? Кого-нибудь укусит, что тогда?” - булды яуабы ҡартәсәйемдең. “А-а-а вы имеете ввиду намордник? Он у меня, я его сейчас надену на собаку, только опустите ее пожалуйста!” - тип инәлде ир кеше. “Не открывай морду своей собаки на улице, другой раз я узнаю, собака твоя умрет!” - тип янап ҡуйҙы уға ҡартәсәйем. Ир кеше ант итә итә һүҙ бирҙе. Һөйөклө әбейем минең бер ҡулын ғына һелтәп этте төшөрҙө лә, башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бер кемгә лә иғтибар итмәй алға китте. Үҙен тотҡондан ҡотолғандай һиҙгән эт, ҡыуанышынан хужаһын аяҡтан йыҡҡансы өҫтөнә ырғыны. Әллә ҡайһы арала йыйлып киткән халыҡ, ҡул саба башланы, ә мин ҡартәсәйем артынан йүгерҙем.
Ауылда һөйләүҙәре буйынса, ҡартәсәйемдең бындай мөғжизәләре бик күп булған: зәхмәт һуҡҡан егетте имләп, көслө доғалары менән ҡотҡарып алып ҡалған, айыуҙан ҡото осоп, үлемесле ауырыған кешегә ҡот ҡойоп, шәбәйтеп алған, 9 йыл бала таба алмаған ҡатынды бағып, эсен һыпырып, әсә булыу бәхете бүләк иткән һәм башҡалар...
Мин иһә үҙем күргән, тик үҙем шаһит булған хәлдәр тураһында ғына яҙҙым.