-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2021, 16:19

МИНЕҢ ТӘҮГЕ КИТАБЫМ

Баймаҡ районы Билал мәктәбенең мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө етәкселәре Мәрйәм Фәрит ҡыҙы менән китапханала.Райхана БУЛАТОВА, китапханасы: "Китап уҡыу бала күңеленә кескәй саҡта уҡ һалына. Кемгәлер ата-әсәләре, олатай-өләсәләре, апай-ағайҙары уҡый, кемдер тырыша-тырыша үҙе уҡырға өйрәнә...

Китапханаға килгән кескәйҙәр шиғыр ятларға, йырларға ярата. Балалар китаптары менән танышып, шиғырҙарын уҡығас, үҙҙәре лә белгән шиғырҙарҙы ятлап күрһәтте. Киләсәктә китапхананың әүҙем китап уҡыусыһы булыуығыҙҙы теләйбеҙ!"

Китап тураһында мәҡәлдәр:

Китап – белем шишмәһе

Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман

Китапһыҙ өй – тәҙрәһеҙ бүлмә

Укыған ил – уңыр, уҡымаған ил – туҙыр

Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ

Китаптың белмәгәне юҡ

Китап укыһаң – белемең артыр, укымаһаң, белгәнең дә онотолор

Яҡшы китап укыһаң, тағы бер дуҫың артыр.

Йомаҡтар:

Шишмә түгел, әммә үҙен

Аҡыл шишмәһе тиҙәр.

Бик белемле булғың килһә,

Ҡулдан төшмәһен, тиҙәр.

Юҡ теле, юҡ күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫ та юҡ.
Читайте нас: