+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2021, 16:35

БЫҘАУҠАЙҘЫ БАЙНАЗАРҘАР ҘА ЭШЛӘГӘН!

БЕҘГӘ КИЛГӘН ХАТТАН:

Хөрмәтле "Аҡбуҙат" журналы редакцияһы!
Беҙ, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 1 А класы уҡыусылары, класс менән "Аҡбузат" журналына яҙылдыҡ.
Көн һайын әлифба дәресе башында журналға байҡау яһайбыҙ, шиғыр, әкиәттәрен уҡыйбыҙ, ҡыҙыҡлы башҡа төр эштәрен дә эшләп бөтөп киләбеҙ.
Технология дәресендә һыйыркай менән быҙауҡай эшләп кинәндек, уларға Алаҡай һәм Шаянҡай тигән исемдәр бирҙек.
Беҙгә бик оҡшай, рәхмәт!!!

Илгенә ХИСӘМЕТДИНОВА.
Читайте нас: