+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2021, 13:51

БАЛАМ ҒЫНА

Фәнил БҮЛӘКОВ шиғырҙары

Тупылдатып һөйөп алам, балам ғынам,

Татлы балым, бер аҙ әскелт балан ғынам,

Күңелемде моңға сорнар ҡошсоғом һин

Күҙҙәреңә һөйөү менән бағам ғына.


Яҙмышыма бүләк иткән далан ғына,

Саф күңеле аҡ ҡағыҙҙай - балам ғынам.

Наҙлы ғынам, бәпләп кенә яраттырған,

Йөрәгемә Хоҙай биргән дауа ғына.


Ел-дауылда ҡалҡан булып ҡалҡам ғына.

Күңелеңә һөйөү наҙын һалам ғына.

Тамырымды дауам итер балам ғына,

Тормошомдо сауап итер балам ғына.

***
Ҡыҙҙарымдың күҙҙәренә бағам да мин,

Йәшәүемдең мәғәнәһен табам да мин.

Йән-усаҡҡа өмөт өҫтәр ҡуҙҙарым да,

Был тормошта ҡанат ҡуйған ҡыҙҙарым да.


Ғүмеремдең үкенмәйем аҡҡанына,

Ҡояш ҡалҡып иртәгәсә батҡанына.

Йыуанысым, ҡыуанысым - ҡыҙҙарым да,

Ҡара төндә балҡып торған нурҙарым да.


Аҡланмаған өмөттәрҙе юғалтмайым,

Мин үҙемде һис ҡасан да йыуатмайым.

Ҡошсоҡтарым, өмөтөмдөң нурҙары ла,

Тормошомдоң иң моңло ла йырҙары ла.


Ынйыҡайҙар, һыйыналар ҡосағыма,

Мин бәхетле үҙем яҡҡан усағымда.

Бәхетте мин гел теләйем ҡыҙҙарыма,

Йөрәгемә ялҡын биргән ҡуҙҙарыма.


МИНЕҢ ҠЫҘЫМ


Ҡыҙым минең - хас ҡошсоҡ,

Әйләнеп торған орсоҡ.

Һис кенә түгел осоҡ,

Иламай ҙа бер остоҡ.


Ҡыҙым минең - һандуғас,

Йылғыр ғына ҡарлуғас.

Ҡара ҡашы ҡып-ҡыйғас,

Осоп килә, саҡырғас.


Ҡыҙым минең - ҡыҙ-ҡанат,

Сутылдай ҡабат-ҡабат.

Яман күҙҙән ҡыҙғанам,

Наҙлы ғынам, ҡыҙғынам.

Читайте нас: