Олимпиада ике этапта ойошторолдо: беренсеһе олимпиада сайтында дистанцион тәртиптә үтһә, икенсе баҫҡыста уҡыусылар Өфө ҡалаһының 44-се һанлы полилингваль мәктәптә үҙҙәрен һынап ҡараны.
Тәүгеһендә балалар төрлө күнегеүҙәр арҡылы телдәр буйынса белемдәрен барлаһа, икенсе этап “Ток-шоу” форматында ойошторолғайны. Сарала 5-8, 9-11 класс уҡыусылары ҡатнашты.
Улар командаларға бүленеп Башҡортостан республикаһының мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары хаҡында төрлө телдәрҙә проекттар әҙерләне.
Олимпиадала еңеүгә өлгәшкәндәрҙең дүртәүһенә тел лагерына барыу, туғыҙ призерға “Сит телдәрҙе өйрәнеү үҙәге”ндә инглиз телен бушлай өйрәнеү, ун ике уҡыусыға ошо уҡ тел буйынса халыҡ-ара имтиханда бушлай ҡатнашыу, ете балаға МГИМО-ла уҡытҡан уҡыу әсбаптарын алыу бәхете тейҙе.